Аҙ
ғына дәресем бар ҡыш ваҡытты,
Китап
ҡарау ғәҙәтебеҙ буш ваҡытта.
Беҙҙән
дә белем ишеге бикләнгәне юҡ,
Аңлайбыҙ
кәйеф килгән хуш ваҡытта.
(185 лет со дня рождения Мифтахетдина Акмуллы,
башкирского
поэта — просветителя)
![]() |
Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы ла күп,
Тик Аҡмулла берҙән — бер бит ул.
Быуаттарҙан алып быуаттарға,
Нурҙар сәсеп торор ир бит ул.
Рәшит Шәкүр.
Мин 9 — сы
класта үҡыйым. Үҙ телемде ныҡлап өйрәнгән һайын, телебеҙҙең ҡиммәтлеген
аңланым. Уҡытыусыбыҙ Аҡмулла тураһында эш иғлан иткәс, мин ҡыуанып риза булдым.
Һәр
халыҡтың шундай улдары һәм ҡыҙҙары була, уларҙы шул халыҡтың вәкилдәре үҙ
төбәктәрендә, үҙ илендә генә түгел, бәлки, сит ерҙәрҙә лә ғорурлыҡ тойғоһо
менән телгә ала, уларға таянып, башҡалар кеүек үк, тыуған ере һәм халҡы, уның
үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында һис кенә лә кәмһенмәй һәм тартынмай һүҙ әйтә ала.
Миәкә еренең йәмле Дим
буйындағы Туҡһанбай ауылында тыуған, ауыр тормош юлы үтеүгә ҡарамаҫтан, саф
күңелле булып ҡалған, белемле булыуҙы байлыҡ тип һанаған – яҡтылыҡ йырсыһы
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмуллаға бағышлап инша яҙыуыма бик шатмын.
Мифтахетдин Аҡмулла – үҙ халҡының рухи тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған бөйөк
шәхестәрҙең береһе. Уның ҡабатланмаҫ яҡты һыны халыҡ күңелендә мәңгегә
уйылып ҡалған, халыҡ хәтеренә алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Ул
башланғыс белемде атаһынан ала, һуңынан мәҙрәсәләрҙә уҡыуын дауам итә, сит
телдәрҙе өйрәнеүҙе лә үҙенә маҡсат итеп ҡуя. Аҡмулланың шағирлыҡ һәләте бик
иртә уяна. Мәҙрәсәлә уҡығанда уҡ бай шәкерттәргә, муллаларға арнап, төртмә
телле шиғырҙар сығарыуы хаҡында иҫтәлектәр һаҡланған. Ләкин улар бөтәһе лә
беҙҙең көндәргә тиклем килеп етмәгән.
Аҡмулла
ғүмеренең ҙур өлөшөн башҡорт, ҡаҙаҡ донъяһында уҡытыусылыҡ итеп үткәргән. Һәр
ерҙә халыҡ уны үҙ кешеһе итеп ҡаршылаған. Шуға ла уның ижадында башҡортҡа
башҡортса, ҡаҙаҡҡа ҡаҙаҡса булып күренгән үҙенсәлектәр ярылып ята. Аҡмулланың
башҡорттарым тип өндәшеүе лә, ҡаҙағым тиеүе лә берҙәй тәбиғи яңғырай.
Шағир күп телдәрҙе үҙләштергән, ғәрәп, фарсы, рус телдәрен дә яҡшы белгән һәм:
Хәл
етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,
Камилдар
ҡатарына
кергән яҡшы.
Русса
уҡып ҡына
түгел белмәк,
Хәл килһә, французса белгән яҡшы
– тип аң – белемгә өндәгән. “Уралым” тип тәү тапҡыр яуға
күтәрелгән Салауаттан һуң “Башҡорттарым” тип тәү тапҡыр туған халҡына мөрәжәғәт
иткән Аҡмулла тормошо һәм ижады беҙҙең өсөн дә ифрат әһәмиәтле. Салауаттан һуң
Аҡмулла үҙенең ижадын ер тормошон күрһәтеүгә, ә “фани” донъя кешеһенең теләген,
тойғоһон, уның аҡыл үҫешен һәм алға ынтылышын сағылдырыуға биргән иң ҙур шағир
ул.

Уҡытыусы булараҡ, балаларҙы үҙ туған телендә заманса уҡытырға, тәрбиәләргә
тырышҡан. Шуға дуҫтары уға «Аҡ мулла»
тигән исем ҡушҡандар.
Уның изге күңелле, саф йөрәкле, ғилемле , һөнәрле кеше икәнен аңлата һәм был
исем уның фамилияһына әйләнә.
Минеңсә,
Аҡмулла әҫәрҙәре күп уҡыусыларҙың ҡуйын дәфтәрендә урын алған тигән фекер
тыуа. Бөгөнгө шарттарҙа йәштәр араһында әҙәп — әхлаҡ мәсьәләләре бик ҡырҡыу
торғанда Аҡмулла әҫәрҙәренең уҡымлы булыуы киләсәгебеҙҙең яҡты булыуына ишара.
Бигерәк тә, ижадын өйрәнгәндән һуң, минең күңелемдә
шундай
фекер тыуа: ул ни тураһында ғына яҙмаһын,
иғтибары һәр саҡ
бер нәмәгә – әхлаҡ,
ғилем, мәҙәниәт
мәсьәләләренә ҡайтып
ҡала.
Аҡмулла дин әһелдәренә, наҙан муллаларға һәм шәриғәт һағында тороусы,
мәғрифәт юлын быуып ятыусы башҡа әҙәмдәргә нәфрәтен һис йәшермәйенсә әйтә. Ул
үҙенең бөтә ижадын ошо иҫкелеккә йәбешеп ятыусы муллаларҙан көлөүгә, бындай
кешеләрҙең, халыҡты ағартыу урынына, киреһенсә, уның аңын томалауға ғына
булышлыҡ итеүен фашлауға йүнәлтә. Был бигерәк тә шағирҙың замана муллаларына
арнап яҙылған шиғырҙарында асыҡ күренә:
Ғилем
һүҙгә ҡолаҡ һалып, ҡотлау ҙа юҡ,
Белә
тороп, бүтән юлға атлау ҙа юҡ,
Вә
ләкин күңелдәре боҙоҡ ирҙәр

кемде хурлауға бар, маҡтауға юҡ.
Үҙ
заманының улы һәм шағиры булараҡ, үҙе йәшәгән заманда халыҡтың ауыр тормошон,
белемгә эйә булмауын күреп, бар михнәт — аҙаптар, томаналыҡтар наҙанлыҡтан тип
уйлап, халыҡты уҡырға, белемле булырға саҡыра. Белем, мәғрифәт юлы менән
яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп булыр тип уйлай:
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк! – тигән юлдары
миҫал булып тора.
“Аҡыл”
шиғырында кешенең аҡылын данлай, уны баһаларға саҡыра, кешенең ниндәй дәрәжәлә
булыуға ҡарамаҫтан, аҡылға эйә булыуҙы өҫтөн ҡуя:
Мәртәбәне
тапҡандар ауға эләгәләр,

ҡылһаң, кңнмәй, ҡарышалар.
Агҡа ынтылып
йөрөгәндә бәхет тапһа,
Тиңмен тигән
юлдашын таба алмайҙыр,-
тип
яҙа. Ул кешеләр бик аҡыллы булһалар ҙа яңғыҙлыҡ кисерәләр, тиңмен тигән
тиңдәшен таба алмайҙар ти. Наҙан менән күпме дуҫ булып йәшәһәң дә, тутланырһың,
уларға һис ҡасан осрамағыҙ, күберәк хеҙмәт итегеҙ, яҡшы уй менән йәшәгеҙ, шунда
атайың ҡушҡан исем менән йәшәрһең, дәрәжәң артыр, яҡшы ниәт һәр саҡ яҡшылыҡҡа
тартыр.
Күп кенә әҫәрҙәре иҫкелеккә, кире күренештәргә, уҡыу өлкәһендә үҙгәртеп
ҡороуҙар кәрәк икәнлеге тураһында. Ошо көрәшеүен наҙан муллалар, ҡомһоҙ байҙар
менән бәхәсендә һүрәтләй. Мәҫәлән, “Заман ғалимдарына” тигән хитабында
наҙанлыҡты, әҙәпһеҙлекте белдерергә тырыша. Муллаларҙың тыштан ялтырауы,
эгоист, алдаҡсы, көнсөл, ҡомһоҙ һәм яуыз булыуҙары герой күңелендә ауыр
тойғолар уята.
Минеңсә,
уның ижадындағы шиғырҙары күбеһе өгөт-нәсихәткә ҡоролған, уларҙа белемгә,
сафлыҡҡа, ғәҙеллеккә саҡырыу ҙур урын алған. Был йәһәттән халыҡты өндәү –
хитаптарҙы әйтеп үтергә кәрәк.
“Егетлек
хәсиәте – мәғрифәттә” шиғырында дәүләт мәнфәғәте менән янып, халыҡты, донъяны
мәғрифәткә өндәй, егеттәрҙе әүҙемлеккә саҡыра. “Байҡаһаҡ, араһында айырма күп,
буламы йоҡо менән уяу берҙәй?”. “Буламы наҙан берҙәй белгән менән?”, “Эҙләһәң,
табылалыр эҙләгәнең, белем ал белемгә дуҫлашҡан менән”. “Егеттәр, хәбәрҙәр бул
замананан, һыйырҙан артыҡ түгел наҙан әҙәм”, “Ниңә беҙ хур булабыҙ башҡа
йорттан – беҙ ҙә бит тыуып үҫтек ата-ананан?” тигән һорау ҡуйып, “Замана ҡалай
булһа – барыу шулай, сығайыҡ шул тарихтан аҙаштырған”, тип һанай. Башҡа
илдәрҙән ҡалышмаҫҡа, аң-белемле булырға әйҙәй. Шуға уның шиғырҙары үҙенән һуң
килгән шағир, сәсәндәрҙе лә үҙе менән һоҡландыра.
Йәшәү
азатлығы, һүҙ азатлығы; мәғрифәтселек, көрәш; халыҡҡа хеҙмәт итеү, уларға ярҙам
итергә ынтылыу… Ошондай һүҙҙәр менән Мифтахетдин Аҡмулланың, шағирҙың,
мәғрифәтсенең, уҡытыусының, көрәшсенең, ер йөҙөндә билдәле бер эҙ ҡалдырыусының
тормош юлына характеристика бирергә мөмкин булыр ине.
Матбуғат
биттәрендә бөйөк шәхесебеҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны әленән – әле
яҡтыртыла. Йыл һайын Аҡмулла көндәре уҙғарыла, ижады мәктәптәрҙә, юғары уҡыу
йорттарында өйрәнелә, әҫәрҙәре сәхнә түрҙәрендә, һабантуй, шиғриәт
байрамдарында яңғырай.
Мин
халҡыма өндәшер инем. Мифтахетдин Аҡмулла ла бит бәхетте белем алыуҙа күргән.Әйҙәгеҙ,
белемде күберәк алайыҡ! Үҙ бәхетебеҙҙе табайыҡ!
Беҙ, киләсәк быуын, ошондай көслө рухлы кешеләргә тиңләшергә тырышырбыҙ.
Һүҙемде йомғаҡлап, шиғыр юлдары менән бөтөрөп ҡуям:
Аҡмулла, яҡтылыҡ йырсыһы булып,
Ҡал һин беҙҙең йөрәктәрҙә.
Донъялағы тимер ҡапҡалар,
Беҙ аңлайбыҙ, тик асылыр,
Белем, уҡыу аша.
Ҡайынлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы Мәҡсүтова Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы Мифтахетдин Аҡмуллаға арнап дәрес үткәрҙе. Ул шағирҙың тормош юлы, ижады менән таныштырҙы, шиғырҙарына анализ яһаны.
Мифтахетдин Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы.
Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы ла күп,
Тик Аҡмулла берҙән-бер бит ул.
Быуаттарҙан алып быуаттарға,
Нурҙар сәсеп торор ир бит ул.
(Рәшит Шәкүр).
Ысынлап та, Мифтахетдин Аҡмулла исемен ишетеү менән күҙ алдына аҡыллы, тәртипле, итәгәтле ир килеп баҫа. Аҡмулла ижады менән танышҡас, шундай фекер тыуа: ул ни тураһында ғына яҙмаһын, иғтибары һәр саҡ бер нәмәгә – әхлаҡ, ғилем, мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала. Мәҙәниәттең нигеҙе – ғилем, әхләҡи сафлыҡ.
Башҡорт халҡының күренекле улы Аҡмулла үҙенең ҡабатланмаҫ ижады, ялҡынлы өндәүҙәре менән әҙәбиәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Уның «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тигән һүҙҙәре актуаллеген бөгөнгө көндә лә юғалтмай.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Быйыл бөйөк сәсән, халыҡ мәғрифәтсеһе тыуыуына 190йыл. Аҡмулла – үҙенең тәрән халыҡсан, юғары художестволы, халыҡтың иң изге хыял һәм ынтылыштарын сағылдырған поэтик ижады менән киң массаларҙың мөхәббәтен яулаған шағир. Ғөмүмән, Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхләк мәсьәләләре, эстетик, этик тәрбиә мәсьәләһе ҙур урын алып тора, мәғрифәтсе булараҡ, ул халҡының киләсәген туранан – тура шуға бәйләп аңлата.
Милләттең алға китешен, мәҙәниәттең сәскә атыуын, ғөмүмән, бөтөн бер халыҡтың бәхетле тормошон айырым күренекле шәхестәргә бәйләп аңлатыу – мәғрифәтселектең төп һыҙаты. Миңә бигерәк тә Аҡмулланың «Егетлек хасиәте – мәғрифәттә» шиғыры үҙенең идея-тематик йөкмәткеһе менән оҡшай.
Ысынлап та, тик аҡыллы, уҡымышлы һәм мәҙәниәтле кешеләр генә киләсәктең ышанысы һәм терәге, ә был турала Аҡмулла нисә тиҫтә йылдар элек үк дөрөҫ күҙаллаған.
Шағир Мифтахетдин Аҡмулла 19 быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле вәкиле. Ул яңы типтағы мәғрифәти әҙәбиәтте үҫтереп ебәреүҙә ғәйәт ҙур роль уйнай.
Тура һүҙле, халыҡ ғәменә, ил фекеренә тоғро күңелле булғаны өсөн дә Аҡмулланың тормош юлы бик ауыр һынауҙар һәм ҡаршылыҡтар аша үтә. Ошо уҡ сифаттары арҡаһында ул 1867 – 1871 йылдарҙа ялған ялыу буйынса төрмәгә ултырып сыға. Зиндан тормошоноң ҡот осҡос картиналарын һүрәтләп, шағир бөтөн йәмғиәттең ытырғаныс яҡтарын асып һала, уның фондында йәмғиәттә барған изгелек һәм яуызлыҡ, рәхимһеҙлек һәм гуманлыҡ, иҫкелек һәм яманлыҡ араһындағы мәңгелек алышты күрһәтә.
Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн бер яҡтан, башҡорт мәғрифәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанышы, классик өлгөләренең береһе булһа, икенсенән, ул беҙҙең милли әҙәбиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө ул. Ул ысын мәғәнәһендә тормош һабағы.
Аҡмулланың бар булмышы менән халыҡ шағиры булды. Йылдар үтеп, мәшһүр шағирҙы тыуҙырған дәүерҙән алыҫлаша барған һайын Аҡмулла һынының мөһабәтлеге, ул сәсеп ҡалдырған гүзәл шиғри ынйыларҙың күркәмлеге тағы ла асығыраҡ күренә. Уның поэтик ижады бөгөн дә, ҡабатланмаҫ бер моң булып, халыҡ күңелендә йәшәй, йәш быуынды дөйөм кешелеклелек, гуманизм рухында тәрбиәләүҙә, кешеләргә әҙәплелек, сабырлыҡ, кеселеклелек, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыш, эстетик зауыҡ күндереүҙә әүҙем ҡатнаша.
Ул үҙенең бөтә ғүмере буйы башкорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, араһында уларҙың ғалим бер серҙәше булып, дәртле бер мәғрифәтсе улы булып йәшәне. Ул илдән-илгә, ҡаланан-ҡалаға, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйүгә күсә йөрөп ижад итте.
Аҡмулла ижадындағы Тыуған ил, туған халыҡ төшөнсәһе, патриотизм, юғары гражданлыҡ тойғоһо башҡорт халыҡ поэзияһынан, героик эпостарҙан килгән тыуған Уралды һаҡлау, ирек, азатлыҡ өсөн көрәш кеүек яңғырашлы. Аҡмулла ҡабатланмаҫ ижады менән башҡорт әҙәбиәте тарихында иң лайыҡлы урындарҙың береһен алып торорлоҡ поэтик һәйкәл ҡалдырҙы. Аҡмулланың фәһемле һүҙҙәре бөгөнгө көнгә тиклем дә, бөгөнгө көндә лә һәм киләсәктә лә мәғәнәһен юғалтмай.
Һин донъяға рәхәт кенә
Йәшәү өсөн тыумағанһың,
Ғүмерең буйы сәйәхәттә
Янып-ярһып йырлағанһың.
Йөрәгеңдән урғылған моң
Ул үтә лә ҡайнар булған.
Изге күңелдәргә шундуҡ
Яҙ наҙҙары булып тулған.
Әйҙәгәнһең яҡты юлға,
Өндәгәнһең гел яҡшыға…
Тереләрҙән тере булып
Йәшәйһең һин ана шуға!
Ф. Рәхимғолова
#Годбашкирскойистории #башҡортарихийылы
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир#башкиры #башҡорттар #Борай #Год_Башкирской_Истории#БашҡортТарихыЙылы#Каинлыково #БураевскийРайон
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
Школа №127
городского округа город Уфа
Городской литературно — творческий конкурс сочинений
“Пою мою республику!”
Сочинение на тему:
“Мифтахетдин Акмулла”
Ученица: 8б класса Хамматова Радмила
Руководитель: Нигматуллина Алия Ахатовна
учитель башкирского языка и литературы
2016
Өфө ҡалаһы ҡала округының
127-се мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Инша: “Мифтәхетдин Аҡмулла ”
Уҡыусы: 8б класс уҡыусыһы Хамматова Радмила
Уҡытыусы: Насирова Әлиә Әхәт ҡыҙы
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2016
Аҡмулла- 19-сы быуат башҡорт әҙәбиәтендә иң билдәле мәғрифәтсе шағырҙарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта яҡтылыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылыусы мөғәллим сифатында ла ул ғәйәт яҡты эҙ ҡалдырған. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының мәғариф тарихында уның исеме туған телдә уҡытыуҙы ғәмәлдә хәл итүсе эшмәкәр булараҡ та әһәмиәтле урын алған.
Аҡулла тик башҡорт ерлегендә генә күтәрәлеп сыҡҡан шағир түгел. Башҡорттар араһында башҡортса шиғыр, ҡобайыр әйткән, ҡаҙаҡтар араһында өләң сығарған. Башҡорттар уны сәсән теле шағир итеп һанаған, ҡаҙаҡтар аҡын итеп таныған. Аҡмулланың “башҡорттарым!” тип өндәшәүе лә, «ҡаҙағым!» тиеүе лә берҙәй тәбиғи яңғырай.
Аҡмулланың шиғриәте бик күп яҡлы. Уның бай йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле булыуҙары менән айырылып тора. Күп ер-һыу кисеп, күп кешеләр күреп, уның донъяла барған хәлдәргә ҡарата үҙ ҡарашы формалаша. Аҡмулла ни тураһында ғына яҙмаһын, уның төп иғтибары һәр саҡ әхлаҡ, ғилем, мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала.
Уның шиғриәтенең тағы бер үҙенсәлекле яғы шунда: шағир боронғо сәсәндәрҙән килгән традиция-халыҡҡа туранан- тура поэтик мөрәжәғәтте, йәғни шиғри хитап алымын, киң ҡуллана. Яу килгәндә, илдә афәт ҡупҡанда халаҡҡа мөрәжәғәт иткән сәсәндәр һымаҡ, үҙ яугирҙарын ирек, азатлыҡ өсөн көрәшкә өндәгән Салауат шикелле, халыҡтың яҙмышын, киләсәген хәл итер көсөргәнешле ваҡығалар эсендә ҡайнап, Аҡмулла, яҡтылыҡҡа,хөр тормошҡа саҡырып, хитаптар иткән. Шуларҙың иң-иң күренеклеләренең береһе-«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» әҫәре.
Ошо шиғырында Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары сағылған- ул уҡырға, белем алырға саҡыра:
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк!»
Аҡмулла үҙенең әҫәрҙәрендә кешене яҡшылыҡ өлгөһендә тәрбиә итеүҙе, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләрен алғы планға ҡуя. Яҡшы холоҡ, әҙәплек, аҡыллылыҡ ҡына кешене итә, һәйбәт, бәхетле йәшәүгә илтә ала, тип иҫәпләй ул.
Аҡмулла аҡыллы, Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн, беренсенән, башҡорт шиғриәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанашы, классик өлгөһе булһа, икенсенән, ул-беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө, ысын мәғәнәһендә тормош һабағы, әҙәм балаларының яралы күңеленә йыуаныс һәм тыяныс.
Аҡмулла шиғырҙарында ваҡиғалар үҫтерелеше лә ирекле йә иһә бөтөнләй юҡ. Күпселек осраҡтарҙа уның шиғырҙарында һәр бер айырым строфа сағыштырмаса үҙ аллы мәғәнә йөрөтә, уларҙың берәүһе йәки бер нисә строфа төшөп ҡалғанда ла, әҫәрҙең дөйөм структураһына, бөтөнлөгөнә зыян килмәй.
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр
Юҡтыр унда әүлиәлек, кәраматтәр.
Әҫәрҙең пафосы көслө художестволы һүрәтләү саралары ярҙамында төҙөлә. Шиғыр эпитеттарға бай: «аңғыра айыу», «ҙур афәттәр». Сағыштырыуҙар ҙа бар: «аңғыра айыуҙан урмандағы ҡурҡҡандай» һәм метафоры «Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам, тиһәң». Автор халыҡ тормошонда яҡтылыҡҡа, донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн белемдең, ғилем-һөнәр хәл иткә көсөн шиғырҙың шундай юлдпрында асып бирә:
“Белемлек- арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай».
Шулай итеп, Аҡмулла- үҙе бер поэтик мәктәп барлыҡҡа килдергән шағир. Һәр юлы, һәр строфаһы үҙе бер мәҡәл, афоризм булып яңғырарлыҡ шиғри гәүһәрҙәре менән, Көнсығыш классикаһы, халыҡтың быуаттар төпкөлөнән килгән гүзәл поэтик традицияларынан һутланып үҫеп сыҡҡан ҡабатланмаҫ ижады менән ул башҡорт әғәбиәте тарихында иң лайыҡлы урындарҙың береһен алып торорлоҡ поэтик һәйкәл ҡалдырҙы.
Аҡмулла исеме быуаттар дауамында халыҡ хәтерендә һаҡлана һәм һаҡланасаҡ. 1911-1916 йылдарҙа Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында шағир исеме менән «Аҡмулла» сатирик журналы сыға. 1981 йылда шағирҙың тыуған ерендә, Миәкә районының Туҡһанбай ауылында, Аҡмулланың музейы асыла. 1989 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн Аҡмулла исемендәге премия булдырыла. Уның лауреаттары:Р. Шәкүр, Ә. Вилданов, В. Ҡунаҡфин, Р. Солтангәрәева, Р. Сәхәүетдинова, Ғ. Шафиҡов, З. Исмәғилев, һ. б. 2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә.
Аҡмулла шиғырҙары бөгөнгө көндә лә халҡыбыҙҙы яңылыҡҡа ынтылырға, белем үрҙәрен яуларға өндәй. Был, әлбиттә, шағир ижадының бөйөклөгө тураһында һөйләй.
Башҡортостан Республикаһы
Күгәрсен районы муниципаль районының Йомағужа
1-се урта
дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф
учреждениеһы
Аҡмулла
(«Республикамды йырлайым» конкурсына)
10 класс уҡыусыһы
Ғәликаева Азалиәнең иншаһы
Уҡытыусыһы:Хәкимова Р.М.
Йомағужа-2016 йыл
Һәр халыҡтың үҙ дәүеренә ҡарата алдынғы фекер йөрөтөүсе аҡыл
эйәләре була. Улар- милләтте яҡтылыҡҡа, белемгә, ғилемгә өндәүсе,
тыуған халҡы, туған теле, мәҙәниәте яҙмышы хаҡында борсолоусы ябай
һәм бөйөк шәхестәр. Шундайҙарҙың береһе — халҡын яҡын күреп
«башҡорттарым» тип өндәшеүсе, ғалим, мәғрифәтсе Мифтахетдин
Аҡмулла.
Ир-егеттең аҫылы эшендә танылыр тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер
боронғо аҡыл эйәләре. Ысынлап та, М. Аҡмулла башҡорт ижтимағи
фекере, культураһы һәм әҙәбиәте үҫешенә яңылыҡ өҫтәүсе, оло фекер
эйәһе булараҡ тарихҡа инеп ҡалған бөйөк шәхес.
Ул илдән илгә, ҡаланан ҡалаға, ауылдан ауылға, йәйләүҙән
йәйләүгә күсеп йөрөп ижад иткән. Үҙенең шиғырҙарын баҫтырып сығарыу
өсөн яҙмаған. Сәсәнлек таланты уға шиғырҙарҙы бер ниндәй әҙерлекһеҙ
ирекле импровизация рәүешендә ижад итергә мөмкинлек биргән.Уның
сәсәнлек һәләте ҡаҙаҡ аҡындары, башҡорт шағирҙары менән бәйгелә
(әйтештә) айырыуса асыҡ сағыла.
Аҡмулла туған башҡорт телен генә түгел, ҡаҙаҡ, татар телдәрен
дә,шул осор яҙма әҙәби тел- төркиҙе лә, шулай уҡ ғәрәп, фарсы, рус
телдәрен дә яҡшы белгән.Ул үҙе ижад иткән әҫәрҙәрен төркисә теркәп
барһа, импровизация рәүешендә сығарған шиғырҙарын башҡорттар
араһында башҡортса, ҡаҙаҡтар араһында ҡаҙаҡса әйткән.
«Мулла»төшөнсәһенә Аҡмулла иң элек ғалим кеше, ғилем, аҡыл эйәһе
тигән мәғәнәне һала. Мулламын тигән кеше иң әүәл донъяуи
ғилемгә,һөнәргә эйә булырға һәм йәш быуынды ла шул рухта
тәрбиәләргә тейеш. Аҡмулла үҙе лә сәсән-шағир ғына түгел, башҡа
оҫталыҡтарға ла эйә булған. Балаларҙы үҙ туған телендә заманса
уҡытырға һәм тәрбиәләргә тырышҡан. Шуға ла ҡаҙаҡ дуҫтары уға «Аҡ
мулла» тигән исем ҡушҡандар. Был ҡушамат шағирҙың изге күңелле, саф
йөрәкле, ғилемле һәм һөнәрле кеше икәнен аңлата.
Бөтә аңлы ғүмерен халыҡ араһында үткәргән М. Аҡмулланың ижады
хеҙмәтсән халыҡтың тормош-көнкүрешенә, теләк-ынтылыштарына,
уй-хыялдарына үтә яҡын булыуы менән айырылып тора.Үҙенең тәрән
тамырҙары менән был ижад халыҡтың изгелек һәм яуызлыҡ, һөйөү һәм
нәфрәт, әхлаҡи камиллыҡ һәм әшәкелек, донъяның матурлығы һәм
ҡатмарлығы хаҡындағы уй-ҡараштарына барып тоташа. Шуға ла
башҡорттар Аҡмулланы сәсән-шағир итеп һанаған.Ул ғүмере буйына
халыҡтың ҡараңғы тормошта михнәт сигеп йәшәүенең сәбәптәре
тураһында уйлана.Үҙе гиҙгән, үҙе йәшәгән бөтә ерҙә лә халыҡтарҙың
берҙәй аяныс яҙмышҡа дусар булыуын күреп йөрәге әрней,
бай-түрәләрҙең яуызлығын, ҡомһоҙлоғон күреп нәфрәтләнгән һәм шул
хис-тойғоларын шиғыр юлдарына һалған.Бар михнәт -ғазаптарҙың
сәбәптәрен тормоштан түгел, ә кешенең үҙенән генә эҙләй, бөтәһен дә
уның наҙанлығына ҡайтарып ҡалдыра.Ул нимә тураһында яҙһа ла- ярлы-
ябағаның ауыр тормошо, байҙарҙың рәхимһеҙлеге, тәбиғәт һәм кеше,
йәшәүҙең мәғәнәһе, рухи байлыҡ тураһындамы- һәр саҡ бөтәһен дә
аң-белем, ғилем-һөнәр мәсьәләләренә килтереп бәйләй. Аң -белемгә,
һөнәргә эйә булыу юлы менән яҡшылыҡҡа, бәхеткә ирешеп була тигән
ныҡлы фекергә килеп, иң беренселәрҙән булып туған халҡына:
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» тип мөрәжәғәт итә:
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк,
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Бында автор күтәрелгән проблемаларҙың мөһимлеген
халыҡтың зиһененә мөмкин тиклем тормошсан, образлы, иң мөһим етди
уйланырлыҡ, сәменә тиерлек итеп еткереү ниәте менән уларҙы
фәлсәфәүи рәүештә яҡтыртырға тырыша.
М.Аҡмулла бер яҡтан мәғрифәтселек проблемаларын
үҙәккә ҡуйһа, икенсе яҡтан-әхлаҡи- тәрбиә мәсьәләләре. Сәсән-шағир
өсөн донъялағы иң ҡиммәтле, ҡәҙерле нәмә- кешенең күңел донъяһы,
уның сафлығы.
Иң әүәл паҡлау кәрәк эстең керен,
Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.
Аһ дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын,
Булмаһа файҙа бирмәҫ ҡоро белем.
Кешенең кешелеген, ысын ғилемлеген уның аң -белеменә генә түгел,
әҙәплегенә, ғәҙеллегенә, яҡшылығына һәм кешелеклегенә лә ҡарап
баһалай һәм ҡан-ҡәрҙәштәрен шул сифаттарға эйә булырға өндәй:
Ғүмереңде яҡшыларға һөйкәлеп үт-
Һәр аулаған ереңдә бер төн ҡалһын,
Ғәҙеллек ҡыл, әгәр ҡунһа башыңа баҡ
Мин-минлек ҡылма аслан, менһәң дә таҡ.
Шулай итеп, М. Аҡмулла беренсе урынға «инсан» төшөнсәһен ҡуя һәм
күңел сафлығы, намыҫ, аҡыл, сабырлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттарҙы
уның менән айырылғыһыҙ бәйләнештә ҡарай.Уныңса, кешенең иманһыҙлығы
михнәт эсендә йәшәүенең төп сәбәпсеһе. Шуға ла сәсән-шағир
ҡан-ҡәрҙәштәрен тыштан ғына түгел, эстән дә матур булырға саҡыра.
Шул сағында ғына ғәҙелһеҙлектәр,тигеҙһеҙлектәр бөтөр тигән фекерҙе
күҙ уңында тота.
Кешенең күңел паклығын Аҡмулла иң ҙур хазина тип иҫәпләй.Ул,тик
рухи байлыҡҡа ғына ҡыҙығырға лайыҡлы, ә байырға тырышыу шәхестең
боҙолоуына алып килә, ти.Әҙәми заттың шул хәҡиҡәтте аңлау, ҡыҫҡа
ғына ғүмер юлын, тормошта үҙ урынын табып, мөмкин тиклем мәғәнәле
итеп уҙғарыуы бик мөһим.
Бына ошондай фәлсәфәүи ҡараштар менән һуғарылған Аҡмулла ижады.
Сәсән- шағирҙың бындай уйланыуҙары үҙ быуын кешеһенә генә түгел,
йылдар, быуаттар үтеүенә ҡарамаҫтан,әле лә бик актуаль яңғырай.
Сөнки әхлаҡ, рухи аңһыҙлыҡ кеүек мәсьәләләр йәшәгән һәм, ҡыҙғанысҡа
ҡаршы, бөгөнгө көндә лә йәшәй бирә.Был инде бөтә кешелеккә хас
етешһеҙлектер, моғайын.
Ә бына ошоно аңлап, яҡшылыҡҡа әйҙәүсе Аҡмуллаларыбыҙ ҡоромаһын
ине, һәм Аҡмулла кеүек оло фекер эйәләре, мәшһүр сәсән-шағирҙары
онотолмаһын, беҙҙе яҡты киләсәккә өндәүсе маяҡ булып мәңге
балҡыһындар.
Фани донъя- ҡыйыш юл ул борғоланған,
Ҡыйыш булһын, ҡыйын булһын- юлсы барған.
Юл ауыр, тип, мин-бахыр, тип туҡтап ҡалма,
Өмөтөңдө өҙә күрмә истиҡбалдан!
9 класс
Тема: Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады
Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы
Маҡсат: М. Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу; дөрөҫ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу; һүҙ байлығын үҫтереү; уҡыусыларҙа яҡшы сифаттар тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: М. Аҡмулланың портреты, китаптар күргәҙмәһе, интерактив таҡта
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле
-Хәйерле көн, уҡыусылар!
-Дәресебеҙҙе изге сәғәттә башлайыҡ.
Күк көмбәҙен еурға манған
Йәйғор кеүек балҡының.
Наҙанлыҡты еңеп сыҡты
Һинең йәшәү ялҡының!
(Рафаэль Абдулов)
-Шиғырҙы тасуири итеп уҡып сығабыҙ.
-Р. Абдуловтың был шиғыры нимә тураһында
-Кем белем алырға, ғилемле булырға өндәгән
— Дөрөҫ, М. Аҡмулла.
— Белемдең, ғилемдең кешегә файҙаһы, ярҙамы нимәләрҙә күренә.
(Уҡыусыларҙың яуаптары)
II. Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.
-
Бөгөнгө дәрестә беҙ заманында «ҡара төндә яҡты йондоҙ» булып балҡыған оло талант, халыҡты яҡтылыҡҡа , белемгә, тик яҡшылыҡҡа ғына өндәгән мәғрифәтсе М. Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән танышабыҙ.
III. Төп өлөш.
-
Тормош юлы
-
Уның тормош юлын һәм ижадын беҙ кординаталар системаһында күрһәтәбеҙ.
-
Аҡмулланың ысын исеме Мифтахетдин. Уға Аҡмулла тип халыҡ ҡушҡан. Ни өсөн уны Аҡмулла тип йөрөткәндәр, ни өсөн яҡтылыҡ йырсыһы тигәндәр?
-
Был һорауға без дәрес аҙағында яуап бирербеҙ.
Тыуған яғы
1-се слайд
-
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың 14 (26) декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе Күл иле – мең олоҫо (Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған.
Аҡмулланың атаһы Камалетдин ауылдарында мулла булып торһа ла ғаиләләре бик ишле булып, фәҡирлек менән йәшәйҙәр. Үҙ әсәһе үлеп киткәс, Аҡмуллаға бик йәшләй үгәй әсәнең ҡыйырһытыуҙарын, үгәйһетеүҙәрен дә күрергә тура килгән.
Белемгә юл
2-се слайд
-
Аҡмулла башта үҙ ауылдарында тәүге һабаҡтарҙы атаһынан ала, унан күрше олоҫтағы Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. Һуңынан атаҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһенә китеп уҡый, унда шағир Шәмсетдин Зәкиҙең дәрестәрен тыңлай. Троицк ҡалаһындағы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә ул, дини тәғлимәттән тыш , ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буынса төплө белем ала. Йәй көндәрендә ҡаҙаҡ далаларына китеп, ҡаҙаҡ балаларын уҡытып йөрөй, ҡышын кире Троицкиға уҡырға ҡайта.
Сығып китеүенә ун өс йыл тигәндә, Аҡмулла тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ләкин атаһы һәм үгәй әсәһе уны яҡты йөҙ менән ҡаршыламай. Оҙаҡламай ул тыуған ауылын бөтөнләйгә ташлап сығып китә.
Шул ваҡыттан алып, Аҡмулланың халыҡ араһында илгизәр тормошо башлана.
Ижад емештәре
3-сө слайд
-
Аҡмулланың шағирлыҡ һәләте бик иртә уяна. Бала сағында уҡ ул үҙе уҡыған мәҙрәсә тәртиптәренән, наҙан муллаларҙан көлгән шиғырҙар сығара. Үҙенең шиғырҙарын, ул шағир, сәсн булараҡ телдән дә ижад иткән. Ул ҡаҙаҡ аҡындары һәм. М. Өмөтбаев менән шиғри бәйгелә ҡатнашҡан, был импровизацияларҙың күбеһе яҙып алынмағанлыҡтан беҙгә килеп темәгән. Шуның өсөн беҙ, хәҙерге заман уҡыусылары Аҡмулланың поэтик ижадын тулыһынса уҡый алмайбыҙ. Шулай ҙа шағир үҙе тере саҡта бер китабы баҫылып сыға. 1892 йылда “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” тигән китап . Бынан һуң Аҡмулланың Ҡазанда тағы ике китабы донъя күрә. Береһе -1904, икенсеһе – 1907 йылда. Аҡмулланың иң тулы йыйынтығы уның тыуыуына 150 йыл тулған көндәрҙә 1981 йылда Өфөлә башҡорт телендә баҫылып сыҡҡан. Уның китаптары башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, урыҫ телдәрендә баҫыла. Аҡмулла башҡорт телендә генә түгел, ҡаҙаҡ, татар, төрки, ғәрәп, фарсы, рус телдәрен дә яҡшы белгән, башҡорттар арһында – башҡортса, ҡаҙаҡтар арһында ҡаҙаҡса һөйләшкән.
-
Һеҙ уның ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?
-
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» М. Аҡмулланың халыҡ араһында телдән таралған шиғри әҫәрҙәренең береһе. Уның был шиғырын визит карточкаһы тип тә әйтергә була.
-
Уның был шиғырын «Каруанһарай» төркөмөнән Салауат Юлдыбаев башҡарыуында тыңлайыҡ. (йыр тыңлау)
-
Әйҙәгеҙ, тағы ла бер тапҡыр, тасуири итеп уҡып сығайыҡ.
Һүҙлек эше 4-се слайд
Наҙан – безграмотный
Аңғыра – невежда
Илтифат ит – обрати внимание, запомни
Афәт – бәлә-ҡаза, бәхетһеҙлек
Сағыштырыуҙар табыу 5-се слайд
(Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай)
Эпиттетар табыу 6-сы слайд
(аңҡыра айыу, ҙур афәт, көслө батыр)
-
Был шиғырҙың бөгөнгө көндә лә әһәмиәте бармы? (Мөрәжәғәте)
-
Эйе, Аҡмулланың шиғырҙары хәҙерге дәүер кешеләренә лә төбәп әйтелгәндәй. Йылдар үткән һайын мәшһүр Аҡмулла һынының мөһабәтлеге, ул сәсеп ҡалдырған гүзәл шиғри ынйыларҙың күркәмлеге тағы ла асығыраҡ күренә.
Халыҡ Аҡмулланы саф күңелелеге, тапҡырлығы өсөн ярата, байҙар, түрәләр иһә уның һүҙенән ҡурҡыр булғандар. Уларға әсе шиғри юл менән тел тейҙергән өсөн үс алырға тырышҡандар, хатта бер заман нахаҡҡа ғәйепләп төрмәгә ултыртҡандар. Ул Троицкиҙа дүрт йылға яҡын төрмәлә ултыра. Аҙаҡ ул Петерургка барып аҡланып ҡайта.
-
Был турала беҙ Фәнис Янышевтың Ағиҙел журналында баҫылып сыҡҡан “Аҡмулла аманаты” повесында уҡыныҡ. (7-се слайд)
1895 йылдың 8 октябрендә Троицкиҙан Златаусҡа килгән ерендә, Миәс ҡалаһынан йыраҡ түгел ерҙә байҙар яллаған кешеләр тарафынан үлтерелә. Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән. Аҡмулланың тынғыһыҙ ғүмере шулай фажиғәле рәүештә аяныслы өҙөлөп ҡала.
Исеме йөрәктәрҙә.
8-се слайд
-
Йыл һайын үҙ ижадын Аҡмуллаға арнаған шағирҙар, яҙыусылар, рәссамдар, скульпторҙар 1989 йылдың 17 ғинуарында булдырылған М. Аҡмулла исемендәге премияға лайыҡ булалар.
-
Аҡмулла премияһы лауреаттарынан кемдәрҙе беләһегеҙ?
-
2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Аҡмулла исеме бирелә.
-
Шағирҙың ҡәберенә мемориаль һәйкәл ҡуйылған, тыуған ауылы Туҡһанбайҙа музейы бар.
-
Йыл һайын киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында Аҡмулла көндәре уҙғарыла.
-
Ни өсөн халыҡ Мифтахетдинды Аҡмулла тип йөрөткән?
(Халыҡҡа тоғро күңелле булғаны һәм яҡтылыҡҡа, белемгә өндәгәне өсөн уны Аҡмулла тип йөрөткәндәр. Тура һүҙлелеге, уҡымышлылығы, сәснлеге өсөн)
-
Аҡмулла ҡаҙаҡса тура һүҙле, ғәҙел тигәнде аңлата.
IV. Йомғаҡлау.
Синквейн (9-сы слайд)
Аҡмулла
1-се юл – исем
2-се юл -2 сифат
3-сө юл – 3 ҡылым
4 -се юл — фраза
5 –се юл — 1 һүҙ, һығымта
Аҡмулла
Тура һүҙле, инсафлы
Уҡыта, өндәй, ижад итә
Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы
Мәғрифәтсе
V. Өй эше биреү
«Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы» тигән темаға инша яҙып килергә
VI. Баһалау
Аҡмулла… Был исем милләттәштәребеҙгә «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» шиғыры менән яҡшы таныш. Ул Салауаттан һуң беренсе булып үҙ халҡына: «Башҡорттарым», — тип ихлас күңелдән өндәште, мәғрифәткә, ғилемгә саҡырҙы. Әлеге ваҡытта ла уның ижады хаҡында һорау бирһәң, уҡыусылар иң беренсе тап ошо шиғырын иҫтәренә төшөрә. 2007 йылдың 19 ғинуарында Башҡортостанда йыл һайын башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән мәшһүр шағир-гуманист, сәсән, мөғәллим-мәғрифәтсе һәм фәлсәфәсе Мифтахетдин Аҡмулланың халыҡ-ара көндәрен үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйылды. Ошо Указды ғәмәлгә ашырып, тәбиғәттең хозур мәлендә — декабрь айында — Башҡортостан халҡы Аҡмулланы иҫкә алды. Уға арнап «Аҡмулла уҡыуҙары», «түңәрәк өҫтәл»дәр, фәнни-ғәмәли конференциялар, фольклор байрамдары үтте. Был сараларға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән ҡунаҡтар йыйылды. Байрам ғәҙәттә баш ҡалабыҙ Өфөлә башлана һәм бөйөк шағирыбыҙҙың тыуған төйәгендә — Миәкә районының Туҡһанбай ауылында — тамамлана. Беҙҙең башҡорт гимназия-интернаты ла был сараларҙан ситтә ҡалмай. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең тыуыуына 180 йыл тулыу айҡанлы Аҡмулла уҡыуҙары үтте, һәм ул «Мәғрифәтсе, яҡтылыҡ йырсыһы» тип аталған әҙәби кисә менән тамамланды. Был сара башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы Г. Ғилфанова етәкселегендә IX “Б” класс уҡыусылары, гимназия һәм милли китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрелде. Кисә барышында уҡыусылар шағир-мәғрифәтсенең биографияһына, ижадына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе, «Нәсихәттәр»енә анализ яһаны. Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхлаҡ мәсьәләһе, эстетик, этик тәрбиә проблемалары ҙур урын алып тора. Шуға ла уның вәғәз һәм өгөт итеп яҙылған «Нәсихәттәр», «Аҡыл», «Инсафлыҡ» шиғырҙарында ла тәрбиә мәсьәләһе — иғтибар үҙәгендә. «Нәсихәттәр» шиғырын уҡығас уҡыусылар кешегә хас ете сифаттың (иман, күңел, аҡыл, шөкөр, әҙәп, сабыр, ихлас) мәғәнә үҙенсәлеген тормоштан алынған миҫалдар, мәҡәл һәм әйтемдәр ярҙамында аңлатты. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк! », «Егетлек хасиәте — мәғрифәттә», «Аҡыл», «Бәхет», «Урыным — зиндан» шиғырҙарын Әлиә Солтанова, Ратмир Хәбибуллин, Линара Ғилмуллина тасуири һөйләп ишеттерҙе. Саралар заманса технологияларға таянып әҙерләнһә, зауыҡлыраҡ, йөкмәткелерәк, иҫтә ҡалырлыҡ була. Слайдтар, фильмдан өҙөктәр, музыка ла сараны йәмләне. Аҡмулланың 150, 175 йыллыҡ юбилейҙарына арнап Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә шағирҙың тормошона, ижадына арналған байтаҡ ҡына китаптары донъя күрҙе, шиғырҙары нәшер ителде. Республикабыҙҙың ваҡытлы матбуғат биттәрендә бихисап мәҡәлә баҫтырылды. Ошо баҫмалар ярҙамында гимназия китапханаһының китап күргәҙмәһе ойошторорға мөмкинлеге бар, уҡыусыларҙы бай мәғлүмәт менән тәьмин итә ала. Йәш быуынға әйтер һүҙем шул: дуҫтар, шағирыбыҙҙың өгөт-нәсихәттәренә ҡолаҡ һалайыҡ, ғилемле, тәрбиәле, һөнәрле булайыҡ. Аҡмулланың аҡ исемен онотмайыҡ, уның әҙәби мираҫын һаҡлайыҡ һәм данлайыҡ.
Т. Ҡарманова,
Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназия-интернаты китапханаһы мөдире.
Тема: Аҡмулла- яҡтылыҡ йырсыһы.
Маҡсат :
Белем биреү:
М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү.
Үҫтереү:
Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, һүҙ байлығын ңҫтереү, үҙ фекерҙәрен аныҡ итеп әйтергә, сығыш яһарға өйрәтергә.
Тәрбиәүи:
Аҡмулланың тормошо өлгөһөндә белемгә ынтылыш, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү.
Йыһазландырыу:
М.Аҡмулланың портреты, китаптары күргәҙмәһе, уҡыусыларҙың сығыштары, презентация “Аҡмулла-яҡтылыҡ йырсыһы”.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу мәле.
Һаумыһығыҙ! Әйҙә һаулашайыҡ!
Ошо һүҙҙән сафлыҡ бөркөлһөн.
Ихлас йылмайыуҙан бер минутка
Оҙонайып ҡалһын беҙҙең көн.
II. Инеш һүҙ.
— Меңәр йыллыҡ сал тарихы булған Уралтауҙа тыуған ере, башҡорт халҡы, уның азатлығы өсөн йәнен дә аямай көрәшкән, уны данлап йырҙар йырлаған шәхестәре күп булған. Тарих төпкөлөнә күҙ ташлаһаҡ, уҡыусылар, күҙ алдығыҙға кемдәр килер ине? (уҡыусыларҙың яуаптары).
— Салауат, Аҡмулла, Рәмиҙәр-халҡыбыҙ күңеленә аҡлыҡ юлы, хаҡлыҡ юлы булып мәңгелеккә уйылып ҡалған.
— Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ халҡыбыҙҙың атаҡлы мәғрифәтсеһе, башҡорт әҙәбиәтенең классигы, халҡы өсөн ысын күңелдән борсолған сәсән, изге күңелле уҡытыусы булараҡ дан алған Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов тураһында булыр. Һеҙгә өй эшенә Аҡмулланың тормош юлын һәм ижадын тәрәнерәк өйрәнеп, сығыштар әҙерләп килергә ине.
— Әйҙәгеҙ, дәфтәрегеҙгә бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуяйыҡ. (Слайд 1)
— Ә хәҙер класыбыҙ менән М.Аҡмулла һымаҡ арбаға тейәлеп тарих төпкөлөнә сәйәхәткә юлланабыҙ. (Слайд 2)
III. Проблемалы һорау.
1)XIX быуаттың II яртыһында ижад итеп, шиғри әҫәрҙәре бөгөнгәсә һаҡланған, халҡы күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған, ғалимдар, яҙыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәрҙә оло ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу уятҡан был шәхестең тормошо, яҙмышы нисек булған? Ни өсөн уның шиғриәте бөгөнгө уҡыусы күңеленә яҡын? Дәрестә ошо һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ. Аҡмулла эҙҙәре буйлап сәйәхәтебеҙҙе башлайыҡ.
2) Сәйәхәт барышында һеҙҙе тынғыһыҙ шағир, мәғрифәтсе М.Аҡмулла образы оҙатып барыр.( Портретын күрһәтеү).
— Уның һүрәтенә ҡағылышлы нимәләр беләһегеҙ, уҡыусылар?
(Аҡмулланың һүрәте-хыял һәм фантазия емеше тиергә була, сөнки ул үҙе иҫән саҡта уның рәсеме төшөрөлмәгән. Ислам дине буйынса кешенең һүрәтен эшләү бөтөнләй тыйылған).
IX. Төп өлөш.
1.Беренсе туҡталыш “Аҡмулланың тормош юлы”.
Уҡыусыларға алдан тормош юлы тураһында һөйләргә индивидуаль эш бирелә. Бер уҡыусы сығыш яһай, ҡалған уҡыусылар уның һөйләгәндәренән сығып, логик-мәғәнәүи модель төҙөй (В.Э. Штейнберг схемаһы буйынса). (Слайд3-6)
Заманында “ҡара төндәге яҡты йондоҙ” булып балҡыған оло талант, мәшһүр шағир Мифтахетдин Аҡмулла IX быуат башҡорт әҙәбиәтендә үҙәк урындарҙың береһен алып тора. М. Аҡмулла 1831 йылдың 26 декабрендә хәҙерге Миәкә районы Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Йәштән үҙ әсәһе үлеп, үгәй әсә ҡулында ҡалған Мифтахетдинға атаһының ишле ғаиләһендә (туғандарына яҙған хатында ул ун дүрт ир туғанын һәм бер апаһын телгә ала) “ят бауыр” хәлендә ҡыйырһытылып, төрлө йәбер-золомдарҙы татып үҫергә тура килә. Үгәй әсәнең “йоҙроҡ тәрбиәһе” аҫтында алған тәүге тормош һабаҡтары кескәй Мифтахетдинға бунтарлыҡ, үҙ бәҫен үҙе яҡларға ынтылыш тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Артабан ата йортонан бөтөнләйгә китеп, бәләкәйҙән тулыһынса яҙмыш ҡарамағында тороп ҡалыу ҙа уны йәштән үк үҙ йүнен күрә белергә, үҙ аллы тормош көтөргә өйрәтә.
2. Икенсе туҡталыш “М. Аҡмулланың белемгә ынтылышы. “(Слайд 7-9)
Уҡытыусы IX-XX быуаттарҙа Башҡортостанда мәғрифәтселек тураһында белешмә бирә (компьютерҙа мәҙрәсәләр күрһәтелә).
(уҡыусының сығышы)
IX быуаттың икенсе яртыһы Башҡортостанда контондар идаралығын бөтөрөү, башҡорт ерҙәрен талау, тартып алыу, синфи ҡаршылыҡтарҙың көсәйеүе һәм капиталистик мөнәсәбәттәрҙең әкренләп урынлашыуы менән характерлана.
Был осорҙа культура, мәғариф эше йәнләнә төшә, ләкин Башҡортостан Рәсәйҙең иң үгәйһетелгән, иҙелгән мөйөштәренең береһе була. Ошо дәүерҙә, ҡәҙимселек менән йәҙитселек араһында көрәш башланған ваҡытта, әҙәбиәткә шағир Мифтахетдин Аҡмулла килә.
Бәләкәйҙән үк ул бик шуҡ, теремек, тынғыһыҙ бала булып үҫә. Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһында ала. Мәнәүезтамаҡ, Әнәс, Стәрлебаш мәҙрәсәләрендә уҡый, билдәле суфый-шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була. Артабан ауылына ҡайтып, кәләш алып, бер аҙ ваҡыт ата йортонда йәшәй. Әммә, бәхетһеҙлеккә, йәмәғәте йәшләй генә вафат була. Мифтахетдин шул сәбәпле булһа кәрәк, ауылында төпләнеп ҡала алмай. 1850 йылдарҙың аҙағында тынғыһыҙ тәбиғәтле йәш шағир атаһының атын, тунын рөхсәтһеҙ алып, ил гиҙеп сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан – Яйыҡ, Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, мүлдәкә булып таныла. Иҫәнгилде бай менән бәхәскә инеп, төрмәгә эләгә һәм дүрт йылға яҡын ултырып сыға. Күп тә үтмәй ул тағы йыраҡ сәфәрҙәргә сығып китә. 90-сы йылдар башында Аҡмулла башҡорттар араһына йәшәргә ҡайта, ләкин илгиҙәрлек холҡо тынғы бирмәй, ул Троицк яҡтарын сығып китә. Ләкин 1895 йылда уның тормошо фажиғәле тамамлана. Уны Миәс ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә үлтереп китәләр, кәүҙәһе Миәс зыяратына күмелә.
3. Өсөнсө туҡталыш. Мифтахетдин Аҡмулла – мәғрифәтсе-шағир. (Слайд 10-12)
-Мәғрифәт һүҙе нимәне аңлата? Әйҙәгеҙ һүҙлектән ҡарап китәйек.
Мәғрифәт- ғәрәп теленән ингән һүҙ- аң-белем, культура.
Мәғрифәтсе- аң- белем таратыусы, просветитель.
Ижад юлы тураһында сығыш, поэзияһындағы мәғрифәтселек идеялары.
Аҡмулла ижадының халыҡсанлығы, үҙе йәшәгән ерҙә башҡорттоң да, ҡаҙаҡтың да ауыр тормошон уртаҡлашыу, байҙарҙың рәхимһеҙлеген күреп, йөрәге әрнеү, тәүгеләренә теләктәшлек күрһәтеү, икенселәренә нәфрәт менән ҡарауы тураһында. Ярлы-ябағаны яҡлап, тормошо аҙ булһа ла яҡшырмаҫмы тип, ғилемгә эйә булырға, белем алырға саҡырыу, ә байҙарға ҡаршы сатирик шиғырҙар яҙыу, көрәшеү. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Нәсихәт” шиғырҙары.
Үҙе иҫән саҡта бер китабы баҫылып сыға. Шиһабетдин Мәржәни кеүек ғилемле, мәғрифәтле булырға саҡыра. Ул “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” тигән китабын тотошлай ошо ғалимға бағышлаған. Мәржәниҙе Аҡмулла “ҡараңғы фонарь ҡабыҙған”, “ирҙәрҙән бындай маһир” тип маҡтай. Башҡорт уҡымышлыһы Ризаитдин Фәхретдинов тураһында яҙа. Бындай ғалим заттарға ҡаршы төшкәндәрҙе ябалаҡтарға тиңләй, уларҙың наҙанлыҡ, көнсөллөктәренән көлә.
Үҙ заманындағы уҡымышлы кешеләр кеүек үк, Аҡмулла ла яҡшы тормошҡа кешелә һәйбәт холоҡ, яҡшы әҙәп, әхләҡ сифаттары тәрбиәләү, уны уҡытып ғилемле итеү аша ирешергә мөмкин тип уйлай. Бар яһиллыҡтар, аламалыҡтар наҙанлыҡтан килә, ти. (Слайд 14-15)
Аҡмулланың әҫәрҙәре башҡорттар араһында ғына түгел, ҡаҙаҡтар, татарҙар араһында ла яратып уҡыла, күп шиғырҙарын халыҡ яттан белә.
Аҡмулла –мәғрифәтсе,быны беҙ әле генә тормошо тураһында һөйләшкәндә үк иҫбатланыҡ. “Ҡара төндөң яҡты йондоҙо”булып,халҡыбыҙҙы белемгә,яңы тормошҡа саҡырған.Уның һүҙҙәре бөгөнгө көндә лә актуаль,сөнки белемлеләргә генә һәр ерҙә юл асыҡ.Ғилемле кеше-ҡанатлы ҡош.Белемле бөлмәҫ,белемһеҙ көн күрмәҫ.Белеү-нур,белмәү-хур.
Наҙанлыҡтан ҡурҡырға кәрәк ,ти ул.Аҡмулла Салауаттан һуң икенсе булып,халҡыбыҙға “башҡорттарым”тип өндәшкән.Бына ошо шиғыры менән һеҙҙе …таныштырып китер.
“Башҡортарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын бер уҡыусы яттан һөйләй.(слайд 13)
—Был шиғыры менән нимә әйтергә теләгән?
-Уҡыуҙың, белемдең кәрәклеге тураһында мәҡәл булырҙай, тәрән фекерле ниндәй һөйләмдәрҙе билдәләргә булыр ине? Әйҙәгеҙ, ошо һөйләмдәрҙе дәфтәрҙәргә яҙып ҡуяйыҡ. (Үҙ аллы эш)
1) Наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.
2) Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай.
3) Белемлелек арыҫландан көслө батыр.
4) Наҙанлыҡтан килер бәхетһеҙлек.
-Эйе, белем- кешенең иң ҙур ҡаҙанышы, бөтмәҫ- төкәнмәҫ байлығы. Белем- кешенең наҙанлыҡҡа, дошманға, ҡараңғылыҡҡа ҡаошы ҡорал.Бөйөк Аҡмуллабыҙҙың ошо әйтергә теләгәндәрен дөрөҫ аңлап, күңелдәребеҙгә ҡалдырһаҡ ине.
Китап менән эш.
Аҡмулланың тағы ла бер шиғырын тыңлап китәйек. “Нәсихәттәр”.
Башҡорт теле һүҙлегендә “нәсихәт”- тәртип, ҡылыҡ тураһында өйрәтеп әйтелгән һүҙ, өгөт тип бирелгән.
1)Шиғырҙы фонояҙманан тыңлау;
2) Уҡыусыларҙың өлгөлө уҡыуы;
3) Һорауҙарға яуаптар:
-Нәсихәттәрҙә кеше өсөн иң кәрәкле сифаттар нисәгә тиклем бер-бер артлы атап әйтелә?(Слайд 19) Ете һанына бәйле нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Башҡортостандың ете мөғжизәһен иҫкә төшөрөү).
Тиҙәйткес менән эшләү(Слайд 18)
Аҡмулла донъяның серлелеген 7 һанына бәйләнешле итеп күрһәтергә тырышҡан. Беҙ бәләкәй саҡта өлкәндәр беҙҙе ярыштыра- ярыштыра ете һанына бәйле тиҙәйткес әйттерә торғайнылар:
Етегән тигән ете йондоҙоңдо ете уратып әйтһәң, сауап була, ти.
IX. Дүртенсе туҡталыш. Аҡмулла ижадының әһәмиәте.(Слайд 20-22)
Аҡмулла ижадының әһәмиәте тураһында бер уҡыусының сығышы.
Мәғрифәтселек тарихында Аҡмулла, оло талантлы шағир булараҡ, яҡтылыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылыусы мөғаллим сифатында ла ғәйәт яҡты эҙ ҡалдырҙы. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының мәғариф тарихында уның исеме балаларҙы туған телдә уҡытыуҙы 4әмәлдә хәл итеүсе эшмәкәр булараҡ та әһәмиәтле урын алды. Был хаҡта билдәле педагог Ә.Еникеев шулай тип яҙа: “Аҡмулла мәктәптә уҡытҡанда, балалар ниндәй телдә һөйләшә, шул телдә уҡытырға ынтылды. Мәҫәлән, ҡаҙаҡ мәктәбендә — ҡаҙаҡса, башҡорт мәктәбендә башҡортса уҡытты”. Бөгөн Аҡмулланың хыялы тормошҡа ашты. Һәр милләт үҙ телендә белем алыуға өлгәште. Ә башҡорт теле дәүләт теле тип ҡабул ителде.
V.Бишенсе туҡталыш. Аҡмулла исемен мәңгеләштереү.(слайд 23-28)
Республикала Аҡмулла исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарылды.Миәкә районы Туҡһанбай районында Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл уңайы менән 1981йылда йорт-музей асылды. Шулай уҡ районда Аҡмулла исемендәге премия ла булдырылған.Ул исемгә Аҡмулланың тормошон, ижадын өйрәнеүселәр, уға арналған әҫәрҙәр, яҙыусылар лайыҡ булған.(портреттары,китаптары).Башҡортостан киностудияһы “Аҡмулла” тигән документаль фильм төшөрҙө. З.Исмәғилев “Аҡмулла” операһын яҙҙы.
Өфөләге БДПУ Аҡмулла исеиен йөрөтә, уның алдында 2008 йылда һәйкәл асылды. Был һәйкәлдең архитекторы Дамир Мәғәфуров, скульпторы Владимир Дворник.
VI.Уҡыусыларҙың барыһын да дәрестә ҡатнаштырыу маҡсатында викторина үткәрелә. (Һорауҙар таҡтала күрһәтелә. Логик мәғәнәүи моделде файҙаланыу). Викторина һорауҙары.
-
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуған? (1831 йылдың 26 декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе Күл иле-Мең олоҫо (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған).
-
Тәүге һабаҡты ҡайҙан ала? (Атаһынан).
-
Аҡмулла ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем ала? (Мәнәүезтамаҡ, Әнәс, Стәрлебаш, Троицк мәҙрәсәләрендә).
-
Халыҡ ни өсөн ярата? (Уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге, сәсәнлеге өсөн).
-
Ҡайһы халыҡ уны Аҡмулла тип атаған? (Ҡаҙаҡтар уны уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге өсөн “Аҡмулла” тип атаған. Аҡмулла – ҡаҙаҡса тура, ғәҙел һүҙле, аҡыллы кеше тигән һүҙ).
-
Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың нисә китабы баҫылып сыға? (Бер, 1892 йылда “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе”).
-
Аҡмулланың әсәһенең исеме? (Бибиөмөгөлсөм).
-
Нисәнсе йылда, нисек вафат була? (1895 йылдың 8 октябрендә Троицкиҙан Златоустҡа килгән ерендә, Миәс ҡалаһынан йыраҡ түгел ерҙә байҙар ялланған кешеләр тарафынан үлтерелә, кәүҙәһе Миәс зыяратына күмелә).
-
Бөйөк мәғрифәтсенең исемен ниндәй уҡыу йорто йөрөтә? (БДПУ).
-
Нисәнсе йылда тыуған районында Миәкәлә премияһы булдырыла? (1989 йылда Миәкә район Советы тарафынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырыла.).
11.Миәкә районындағы Туҡһанбай ауылында Аҡмуллаға музей ҡасан асыла? (1981).
VII.Рефлексия:
Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем:
Уның шундай һәйбәт сифаттары булған:
Шуныһы мөһим:
Аҡмулланы халыҡ яратҡан,сөнки
Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы:
Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән:
Аҡмулла –мәғрифәтсе,сөнки
______________________________________________________________
Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем:
Уның шундай һәйбәт сифаттары булған:
Шуныһы мөһим:
Аҡмулланы халыҡ яратҡан,сөнки
Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы:
Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән:
Аҡмулла –мәғрифәтсе,сөнки …
VII.Йомғаҡлау.Уҡыусылар,беҙ бөгөн бөйөк шағир М.Аҡмулланың тормош юлы менән таныштыҡ. Ваҡыт үтә, йылдарға йылдар ялғана барған һайын, был оло ихтирам тойғоһо үҫкәндән-үҫә бара халыҡ күңелендә: йыл һайын гөрләтеп Аҡмулла көндәре уҙғарыла, ижады мәктәптәрҙә, вуздарҙа өйрәнелә, әҫәрҙәре шиғриәт байрамы майҙандарынан яңғырай, музейы уның ижадын хөрмәт итеп килеүселәр өсөн ишеген көн дә шар аса…
Башта уҡ шуны әйтергә кәрәк: Аҡмулла кеүек олуғ шәхестәребеҙ тураһында бындай хәстәрлек күреү, фекер йөрөтөү бөтәһенән элек улар өсөн түгел, ә беҙҙең үҙебеҙгә, бөгөнгө заманға кәрәк. Сөнки халыҡ үҙенең улдарын һәм ҡыҙҙарын иҫкә ала, фекер йөрөтә икән – ул иң элек үҙенең асылы, яҙмышы, үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында уйлана, яна, көйә, шатлана, ижад итә, көрәшә… тимәк хәрәкәт итә, йәшәргә, алға барырға ынтыла, тигән һүҙ.
Өйгә эш:синквейн төҙөргә.

