Сочинение на тему моя семья на башкирском языке

Минең ғаиләм

C:Users1DesktopФотоФото0780.jpg

        Һәр кемдең ғаиләһе, тыуған йорто бар. Ғаилә ул һине яҡлай, һаҡлай торған бер өй . Был өйҙә кеше үҙен тыныс, яуызлыҡтарҙан һаҡланған итеп тоя. Һәр кемдең тормошо тыуған йортонан, ғаиләһенән башлана. Минең ғаиләм дүрт кешенән тора: атайым, әсәйем, мин һәм ҡустым Ильяс. Беҙҙең ғаилә бик татыу һәм дус. Беҙ бергә циркка, концерттарға, ҡунаҡҡа йөрөйбез. Тыуған көндәрҙе, байрамдарҙы бергәләп үткәрәбез.

     Минем атайм Юлдаш. Ул аҡыллы, көслө, ярҙамсыл һәм  йомарт. Кәрәк саҡта ул һәр сак ярҙамгға килә, тынысландыра. Ул яныбыҙҙа саҡта һәр ваҡыт рәхәт.

Әсәйм Эльвера. Ул бик матур, яғымлы. Уның менән бик күңелле. Әсәйем миңә дәрес әҙерләшә . Ул тәмле аштар бешерә. Мин уға ярҙам итешәм. Әсәйм уҡытыусы  булып эшләй. Ул балаларға белем бирә. Уҡыусылары  уны хөрмәт итәләр.

C:Users1DesktopпервоклашкаIMG_20140801_073756.jpg

    Мин Айгөл,2 синыфта  уҡыйым. Минең исемем төрөк телендә “ай сәскәһе”  тигәнде аңлата.  Мин мәктәптә бик тырышып уҡыйым. Төрлө конкурстарза ҡатнашам , призлы урындар алам.  Буш ваҡытымда китап уҡырға, бейергә, йырларға , ҡустым мелән уйнарға яратам.

C:Users1DesktopпервоклашкаIMG_20140801_093427.jpg

 Минең кустым Ильяс. Уға өс йәш.. Ул шундай матур, күңелле, аҡыллы көләс йөҙлө. Баҫтырыш  уйнарға, бейергә, китаптар аҡтарырға ярата. Минең мәктәптән ҡайтыуымды шатланып көтөп ала.

        Беҙ бергәләп еләккә, бәшмәккә  йөрөйбеҙ. Йәшелсә, сәскәкләр үҫтерәбеҙ. Йәй көнө баҡсабыҙ гөлбаҡсаға әйләнә .

  Минең атайымдың олатаһы сәсән булған. Ул Сабирйән сәсән Мөхәмәтҡолов .Ул 1890 йылдың февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Ҡыпсаҡ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы) хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.  Мәшһүр «Бабсаҡ менән Күсәк»  тигән эпик поэманы теркәп ҡалдырған, байтаҡ шиғырҙарын беҙгә мираҫ иткән. Быйыл уның 125 йыллығын уҙҙырҙылар. https://docviewer.yandex.ru/htmlimage?id=f9er-k6h2zv2ifqgcs9m4xevj2ox6odht4q7u3gdeyoee1msqy8ed44ubokkv4qbi1bn7n59w5nfpvp5shpiu5shjjitkejztlnvfs56&name=result_html_m2162d6.jpg&uid=318118614

  Мин атай-әсәйем,  тыуғандарым менән ғорурланам. Шундай татыу, дуҫ ғаиләлә йәшәүемә мин бик шатмын. Мин һеҙҙне бик яратам !

                                                КОНКУРС СОЧИНЕНИЙ,

                      ПОСВЯЩЁННЫЙ ДНЮ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН И  

                                            ГОДУ  ЛИТЕРАТУРЫ

                                         «ПОЮ МОЮ РЕСПУБЛИКУ»

    Моя семья

                                         Работу выполнила: Мухаметкулова Айгуль Юлдашевна

                                         ученица  2 класса  МОБУ СОШ с. Староиликово  

                                        муниципального района Благовещенский район РБ

                                             Учитель: Мухаметкулова Эльвера Сагитовна

                                           Башҡортостан Республикаһы көнөнә һәм

                                                         әҙәбиәт  йылына

                                                       бағышланған конкурс        

                  “Дан йырлайым республикам”  

               Минең ғаиләм.

                                                                          Автор: Мөхәмәтҡулова Айгөл Юлдаш кыҙы,

                                                                            2-се класс  укыусыһы

                                                                             Башҡортостан республикаһы

                                                                            Благовещен районы муниципаль районы

                                                                            Иҫке Илек аулының урта

                                                                            дөйөм белем бирү мәктәбе

                                                                            Уҡытыусыһы: Мөхәмәтҡулова Эльвера Сағит кыҙы

Светило науки — 6 ответов — 12 раз оказано помощи

Минең ғаиләм.

Тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй, күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә бирелмәй, гѳрләтеп донъя кѳткән ауыл кешеләре һәр ваҡытта ла һоҡланыу уята.Ошондай ғаиләләрҙең береһе- минең олатайым һәм өләсәйемдәрдәр ғаиләhе булган.
Иҫке-Шах ауылында йәшәгән Гыймазетдин менән Ракыя Шиhа -бетдиновтарҙы ла ѳлгѳлѳ ғаиләләр исемлегенә индерергә була. Улар, йәштәрҙән ҡалышмай, тормоштан йәм, тәм табып, дәртләнеп донъя кѳттө. Тырыш хужа йортонан билдәле, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Уңған ғаиләнең йорт алды баҡсаһы ла әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә ине.Үҙҙәре матурлыҡ булдырып, уны башҡаларға ла ѳләшеп, таратып йәшәргә яраткан олатайым менән өләсәйем. 
Йәшәү осоронда биш бала тәрбиәләп , лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеп тормош кисергәндәр хезмэт ветерандары. Бурыстарына яуаплы ҡараған, эштәрен һәр саҡта ла еренә еткереп башҡарғандар. Ғәҙәттә, уртаҡ донъя ҡороп, матур балалар үҫтереп, башҡаларға үрнәк булып йәшәгән парҙарҙы, силәгенә күрә ҡапҡасы, тип әйтергә ярата халыҡ. Гыймазетдин олатайымҙың тормошон нәҡ ошолай тип атарга була. 
Ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта өләсәйем үҙенең тәжрибәһен башҡалар менән дә уртаҡлаша. Ҙур йорт һалып, ҡыҙ һәм улдарына белем биреп оло тормошҡа сығаралар. Улар ярҙамсыл, кешелекле булыуҙары менән дә ауылдаштарының хѳрмәтен яулаған. Бѳгѳн уларҙың балалары үҙ ғаиләләрен ҡороп, балалар тәрбиәләп, атай-әсәйҙәре йѳҙѳнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, үҙаллы тормош кѳтә. Беҙ улар менэн горурланабыз!

Ошо ғаиләлә тыуып үскән Рәмилә исемле ҡыз- минең әсәйем. Рәмилә Гыймаҙетдин ҡыҙының килен булып тѳшѳүенә, Рәзиф Минзаhит улы менән тормош ҡороуҙарына, 23 йыллап ваҡыт үтеп киткән. Алтын ҡуллы атайыбыҙ –төрлө эштәрзе еренэ еткереп эшлэй. Беҙ гаиләбеҙҙә өс бала.Апайымалыҫ Себерҙә нефтьсе булып эшләй, агайым шәhәрдәтөҙөүселәр көллиятендә белем алһа , мин мәктәптә уķыйым.Әсәйебеҙ уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп 25 йыл мәктәптә балаларға белем бирә. Әсәйебеҙҙе уҡыусылар, ауыл халҡы ихтирам итэ. Ул гѳл-сәскәләр үҫтерергә ярата, баҡсасылыҡ менән дә шѳғѳлләнә, мал-тыуар, кош-корт тотоуҙа ярҙамлаша. Атай — әсәйем баҡса үҫтерергә лә, мал аҫрарға ла, тѳп эштәренән тыш, тѳрлѳ йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәргә лә ваҡыт таба. Уларҙың күңел нуры, дәрте эргә-тирәләгеләргә лә күсһен, тырышлығы, сәме ѳлгѳ булып торһон ине . Беҙҙең ғаиләбеҙҙә татыулыҡ, ихтирам , мѳхәббәт һәм тоғролоҡ өҫтөнлөк итә.

Мин тирә-яҡҡа матурлыҡ, изгелек ѳләшеп йәшәгән ғаиләм булыу менән ғорурланам!

Сочинение про маму на башкирском языке

173

ОТВЕТЫ

Ғаилә әсә – иң ҡәҙерле кеше минең өсөн. Мин уны бик яратам. Яратам өсөн түгел икән, ә ябай, ғәҙәти өсөн генә булһа ла, ул миндә бар. Мин бик ғорурланам һәм дорожку үҙ әсәй. Якынрак минең уға беркемде лә юҡ. Әнейемде исемем Татьяна Николаевна. Ул сәнғәт. Яратам мамин улыбку һәм ҙур йәшел күҙҙәре менән, улар сверкают озорные огоньками, задорный көлөү һәм уның ҡулы, хәстәрле, йылы, ҡәҙерле миңә ике ладушки. Минең әсәй бик матур, яҡшы кешеләр менән ладит, барыһы да уны хөрмәт итәләр һәм яраталар. Ул белә журналы, ауыр минутта һәм сорт үҙенең йылы хистәр булғанда, ҡайһы ваҡыт, миңә күңелһеҙ була һәм ҡыҙғаныс. Әсәй заботиться етәксе һ. б. тураһында менән абыйым менән үҙ тыуған дарит беҙгә үҙ игелеклелек, ҡайғырта, наҙ һәм материнской мәхәббәт. Мин бик рәхмәтле әнигә барыһы өсөн дә ул башҡара. Әлбиттә, мин һис тә тырышам, уға ярҙам итергә ни. Мин булышам әнигә кирегә ауыр сумкалар менән аҙыҡ-түлек менән, булышам әрселеү менән беҙҙең йортта. Минең әсәй бик тәмле әҙерләй, һәм мин яратам булышырға был. Беләм, шаҡтай күп файҙалы ваҡытында йыйып алыу пищи. Әсәй мине өйрәтә кәрәкле һәм файҙалы белемгә, улар кәрәк буласаҡ миңә тормошта. Тағы ла мин бик яратам уның менән гулять миңә гел уйын-көлкө. Беҙ йөрәйбөҙ ҡунаҡҡа, кино, күргәҙмәләр үткәрелә, ябай дышим свежим воздухом.=

85

Отв. дан
2019-04-16 02:52:11

Для написания вопросов и ответов необходимо зарегистрироваться на сайте

Понравилась статья? Поделить с друзьями:

Новое и интересное на сайте:

  • Сочинение на тему моя семья моя опора
  • Сочинение на тему моя семья моя крепость 8 класс
  • Сочинение на тему моя семья мои традиции
  • Сочинение на тему моя семья мое богатство 5 класс
  • Сочинение на тему моя семья как социальная группа

  • 0 0 голоса
    Рейтинг статьи
    Подписаться
    Уведомить о
    guest

    0 комментариев
    Старые
    Новые Популярные
    Межтекстовые Отзывы
    Посмотреть все комментарии