Башкорт аты сочинение

Йөкмәткеһе:

1.Инеш

2.Башҡорт аты тураһында белешмә.

3.Аттарҙың һан яғынан үҫеше

4.Йомғаҡлау

5.Һүрәттәр

6.Ҡулланылған әҙәбиәт        

Сыңғырлатып ҡына аттар кешнәй,

Йондоҙло төн – күктә ай-даға.

Ҡырпаҡ ҡарҙан лерт –лерт юртҡан өйөр

Аҡ юрғанға һала ай-тамға.

Ҡайсы ҡолаҡ, ҡаты тояҡ аттар,

                                                          Эйәр күрмәй ҡалған тай – тулаҡ

Ҡараңғыға оса, ҡау бауырлап,

Ирек тиеп, сапсып һәм тулап.  

        Инеш.

Ат – ул  башҡорт халҡының , һуғышсыһының айырылғыһыҙ  дуҫы, яуҙашы булған. Егет менән  атты халыҡ һәр саҡ айырылғыһыҙ бер бөтөн итеп ҡараған. Беҙ  әҙләгән теманың актуальлеге бөгөнгө көндә аттарҙың  һаны  кәмеүе, уларға  иғтибар аҙайыуы,хужалыҡ эшендә  ат көсөнөң юғала барыуы борсой.  Кешеләрҙең  аттан машиналарға күсеп ултырыуы, тәбиғәтте бысратыу, кешеләрҙең һаулығына зыян  һалыуын күҙ  уңында тоттоҡ.

Борон- борондан халҡыбыҙ атка изге хайуан тип ҡараған,уны үҙенең иң яҡын дуҫы, уң ҡанаты тип һанаған. Башҡорт аты электән  үк Рәсәйҙә сыҙамлығы менән дан алған. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла йыл әйләнәһендә тибенлектә йөрөй алған. Башҡорт халҡының тарихы, ғөмүмән. Йәшәйеше ат менән айырылғыһыҙ бәйләнгән, Ат кешене борон– борондан туйындырған, кейендергән, яуҙарҙа һаҡлаған.

Эҙләнеүебеҙҙең төп маҡсаты- атҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү, уға ҡарата изге мөнәсәбәтте  сағылдырыу, аттың кешеләргә күрһәткән  файҙаһын асыу.

Эҙләнеүебеҙҙең объекты булып – башҡорт  тоҡомо аттары,уларҙың бөгөнгө көндәге  һаны,  Рәсәй күләмендә тотҡан урыны.

Башҡорт аты — Көньяҡ Урал өсөн эндемик аттар тоҡомо. Ҡырҡа континенталь климат шарттарында йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөргә өйрәнгән урындағы дала һәм урман  тоҡомдарынан  килеп сыҡҡан. Башы ҙур, тура ҡабырғалы, киң маңлайлы. Ҡыҫҡа ҡалын муйынлы, түбән мундалы, киң тура арҡалы, түбән осалы. Айғырҙың үлсәмдәре: мунда бейеклеге 142-145см, кәүҙәнең ҡыйыш оҙонлоғо 147-150см, түш ҡоласы 170-175см, енсек ҡоласы 18,5-19,5см, тере ауырлығы 450-470 кг, ошондай уҡ бейә үсәмдәре: 138-142см, 143-147см, 167-172см, 18-19см , 400-420 кг.

Башҡорт аты 17-18  быуаттарҙа киң таралған булған.  Өфө һәм Ырымбур губерналарында үрсетелгән, Пермь, Ҡазан һәм Һамар губерналарында һәм Көнбайыш Себерҙең почта юлдарында осраған. 8 сәғәт эсендә ял итергә туҡтамай һәм ашатмай 120-140 км юлды үтеп  башҡорт өслөләре (тройка) киң билдәле булған.  Башҡорт  ғәскәре ойошторғанда, башҡорт аты ҡулланылған,Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа урыҫ  армияһы башҡорт аты менән тулыландырылған. Башҡорт аты 1812 йылғы Ватан һуғышында юғары баһа алған. Француз генералы де Марбо үҙенең иҫтәлектәрендә былай тип яҙған:”…башҡорт һыбайлылары өсөн бер ниндәй  юл да кәртә була алманы. Улар һағыҙаҡ күсе кеүек һис көтмәгән яҡтан килеп сығыр ине. Уларҙы ҡыуып етеү бик ауыр ине.” Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов “Төньяк амурҙары” романында  ла башҡорт атлы полктарҙың  ҡаһарманлығы  тасуирлана, башҡорт аты башҡорт яуғирының айырылғыһыҙ һәм тоғро юлдашы икәнен күрәбеҙ. Хәрби белгестәр башҡорт атын ҡыйулығы һәм тәүәкәллеге, тырышлығы һәм идара итеүгә еңеллеге, хужаһына ышаныусанлығы, шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт шәп сабып һәм йылдам юрғала барыуға һәләтлелеге(ә был һыбайлыға мәргән атырға һәм ҡылыс менән оҫта эш итергә мөмкинлек бирә) кеүек сифаттары өсөн юғары баһаланғандар. Башҡорттар бындай йөрөшкә сыҙамлы аттарҙы махсус күнекмәләр ярҙамында тәрбиәләгәндәр. Башҡорт аты  талымһыҙ, сыҙамлы, һыбай йөрөүгә лә, йөк  артмаҡланғанда ла, еккән хәлдә лә юғары эш һәләтлегенә эйә. Соҡор-саҡырлы юлдарҙа ла 700-1000 кг йөк һөйрәй ала. Кәүҙәһенең оҙон  булыуы  арҡаһында йөрөшө тигеҙ, һыбайлыны  тиҙ  арытмай,шуға күрә оҙаҡ ваҡыт һыбай йөрөгәндә уны башҡа тоҡомло аттарҙан өҫтөн күргәндәр. Күп үрсем биреүе,һөтлө булыуы менән айырылып тора. Һауын осоронда 1700-2800кг, иң яҡшы бейәләр хатта 4000кг һөт бирә. Йыл әйләнәһенә көтөүлектә йөрөүгә, 40-50см ҡалынлыҡтағы ҡар аҫтынан үлән тибеп ашауға  яраҡлашҡан. Бейәләрҙә һәм айғырҙарға бер өйөр булып йөрөү ғәҙәте көслө. Был йыртҡыс  хайуандарҙан ышаныслы һаҡланыу мөмкинлеген бирә. Башҡорт аты ауыл хужалығында һәм йөк ташыу эштәрендә,ҡымыҙ яһау һәм ит етештереү өсөн файҙалана. Башҡортстандың тоҡомсолоҡ заводтарында башҡорт аты менән тоҡомсолоҡ эше алып барыла. Күп һөтлө Ирәндек  тоҡомо сығарылған. Халыҡ селекцияһы ысулы менән барлыҡҡа килтерелгән башҡорт атына башҡорт тоҡомо статусы бирелгән.

 Башҡорт аты ултыраҡ тормошта йәшәгән, әгәр күсенһә лә алыҫ араға күсмәй торған, халыҡ аты.  Ул артыҡ сандыр (ҡоро һөйәкле, ябыҡ) түгел, үҫешкән һөлдәһе бар, осаһы (арт яғы) ныҡ иңкеү түгел, ләкин аяҡтары мыҡты һәм көслө, шулай уҡ тояҡтары бик ныҡ. Бик сыҙамлы, тыныс тәбиғәтле.  Элек башҡорт аттарының һаны 600 меңгә тиклем еткән.

Рычков Пётр Иванович «Ырымбур топографияһы» тигән китабында  былай тип яҙған:

Башҡорт аттары электән үк Рәсәйҙә сыҙамлылығы менән һыналған.

Шулай уҡ ул ҡапыл борола алыуын, етеҙлеген, тилберлеген дә билдәләп киткән.  Уларҙың хаҡы 30-50 һум торған.  Уның һүҙҙәренә ҡарағанда башҡорттарҙың байтағы 300-400 йылҡы малы тотҡан.

Рычковтың яҙыуынса, башҡорттар аттарын йәйен дә, ҡышын да тибендә далала йөрөткән. Ҡар нисек кенә ҡалын булмаһын, башҡорт аттары тояҡтары менән сапсып тибенеп, ҡар аҫтынан үҙҙәрен туйындырырлыҡ туң үлән тапҡан. Ҡышын егеүгә файҙаланған аттар өсөн бесән әҙерләнгән.

Этнограф Руденко «Башкиры» тип аталған  китабында:

«Иң бай башҡорт 3–4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20–30 баш йылҡыға хужа»,— тип яҙған. Сергей Минцлов:

«Мин башҡорт аттарына һоҡланам!  Кем был яҡтарҙы күрмәгән, шуға 25–30 саҡрымға ярыштар булмаҫтай хәл кеүек тойола… Ашатмайынса 60-ар, 90-шар саҡрым юл үтәләр. Ныҡлы әйтә алам, Стәрлетамаҡтың төрмә начальнигын йөрөтөүсе башҡорт 160 саҡрым юлды һелтәгән. Башҡорттар гелән һыбай килеш 90-шарҙы үтә, улар өсөн был — ғәҙәти хәл…»

Башҡорт аты ҡыйыу, тәүәкәл, тырыш, түҙемле, тыңлаусан, хужаһына ышаныусан. Өйрәтеүгә тиҙ күнегә. Был сифаттары аша ул юғары баһалана . Төрлө күнегеүҙәр аша башҡорттар аттарын һуғыш йөрөштәренә махсус тәрбиәләгәндәр.

112-се Башҡорт атлы дивизияһы башлыса башҡорт аттары менән тулыландырыла.

Әлеге ваҡытта Башҡортстан аттар һаны буынса Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында беренсе урынды  алып тора.Тоҡомло  аттар үрсетеү, йылҡы  ите, ҡымыҙ етештереү агросәнәғәт комплексының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһенә әүерелде. 2006-2009 йылдарҙа аттар  һаны ун процентҡа артҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы  һуңғы йылдарҙа  аттар һаны бермә бер кәмене.  Был күренеш республиканың  күп  райондарына  хас. Аттар һаны шулай уҡ шәхсән хужалыҡтарҙа  һиҙелерлек кәмене. Бынан 10-15йыл элек ауылдарҙа  һәрбер хужалыҡта тип әйтерлек ат тоталар ине, колхоз- совхоздар ат фермалары менән дан тота ине . Хәҙер улар бөтөрөлдө һәм хужалыҡта аттар бик аҙ. Мәсәлән беҙҙең ауылдарҙа шундай күренеш:

Яңы Матыла-10 хужалыҡта,  Ворсинкала-3, Красная Горкала- 2, Петровкала-2, Мулланурҙа- 7 хужалыҡта ат  тоталар. Ат һаны  икенән башлап  ун- унбишкә етә.(Кудрин В.С.,Герасимов П.П.) Ат кешенең дуҫы,ярҙамсыһы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ : Башҡортостанда “Республикала 2012-2016 йылдарға  тоҡомло йылҡысылыҡты үҫтереү программаһы” эшләнгән.  Башҡортстандың  тоҡомсолоҡ  заводтарында башҡорт аты менән тоҡомсолоҡ эше алып барыла. Күп һөтлө Ирәндек  тоҡомо сығарылған. Халыҡ селекцияһы ысулы менән барлыҡҡа килтерелгән башҡорт атына башҡорт тоҡомо статусы бирелгән. Бөгөн республикала өс  ат  заводы һәм төрлө  тоҡомдар буйынса һигеҙ нәҫел репродукторы эшмәкәрлек алып бара. Уларҙа башкорт аты ,урыҫ һәм Орел юртағы , йөк аттары кеүек токомдар үрсетә.

                                 Йомғаҡлау.

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында аттарға бик күп һәм мөһим иғтибар бүленгән. Башҡорт мифологияһында Толпар — һыуҙан йәки океандар башланған ерҙән сыҡҡан әкиәттәге тылсымлы, ҡанатлы ат. Был исемгә дәрт, атлығыу, уҡталыу, өйөрмә, ҡойон, илһамланыу, ҡанатланыу, күтәрелеү кеүек мәғәнәләр һалынған. Аҡбуҙат, күк ҡанатлы аты, башҡорт халыҡ эпосы «Урал-батырҙа» мөһим роль уйнай.  Ат образы башҡорт  легендаларында, риүәйәттәрендә(Аҡһаҡ ҡола , Ҡара юрға , Бишҡолон , Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу , «Алпамыша») , әкиәттәрҙә һәм ҡобайырҙарҙа геройға ярҙам итеүсе, уны еңеүгә килтереүсе төп фигура итеп һүрәтләнә.Уның хаҡында күп маҡтаулы һүҙҙәр әйтелә.Был һүҙҙәрҙә башҡорттоң  атҡа булған һөйөүе, изге мөнәсәбете сағыла. Күп кенә башкорт шағирҙары ла, атты данлап ,байтаҡ шиғырҙар ижад итте.

Башҡорт аты тураһында мәҡәлдәр ҙә  бик күп.

— Аттың хаҡы  оло, айғырҙың даны оло.

-Егет күрке дан менән,айғыр күрке ял менән.

— Абынмаҫ ат булмаҫ.

— Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ.

— Андыҙ  барҙа – ат үлмәҫ

-Арыған ат соҡор һанай,  асыҡҡан ат ҡулыңды ялай, яратҡан ат күҙеңә ҡарай.

— Ат яхшы булһа, юл ҡыҫҡа була.

Башҡорт аты иғтибарға  лайыҡ  хайуан.  Шуның өсөн уның киләсәге  алда , республика күләмендә уларҙы үрсетеү иғтибар үҙәгендә тора,сөнки улар юғары үрсем,күп һөт һәм ит бирә,ифрат ҙур эш һәләтенә эйә, иҡтисади яҡтан бик файҙалы.

           Ҡулланылған әҙәбиәт.

Урыҫ телендә

1.Сагин И.А. Башкирская лощадь и пути ее улучшения. Уфа. 1955.

2.Свечин К.Б. Коневодство Башкирии. Уфа. 1974

3.Военная энциклопедия, 1911-1914

4.Мурсалимов В.С., Сатыев Б.Х. Башкирская лощадь. Уфа. 1988.

5.Һылтанмалар        Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре

6.Башҡорт атына тиңдәр булмаҫ…, «Башҡортостан» гәзитендә Рәшит

Зәйнуллин  мәҡәләһе

7. «Башҡорт аты-тормош ҡото», » «Йәшлек» гәзите

8.«Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аты»,  «Йәшлек»

9.«Ат ҡәҙерен белмәгән юлда илап ултырыр…»,  «Йәшлек»

10.Башҡортостан  Энциклопедияһында  башҡорт аты тураһында мәҡәлә

11.Аттар тураһындағы сайт, башҡорт аттары бите

12.Башҡорт аттары фотолары

13.Йылҡысылыҡ буйынса сайт. Башҡорт аты

Ғәзит” Атайсал”

14.Ә. Әсфәндиәров. 1812  йылғы Ватан һуғышында башҡорттар.

Инеш

Башҡорт
халҡында ат образы
ҙур
ҡыҙыҡһыныу
уята. Ат
ҡа
бәйле
ҡараштар
башҡорттарҙа бик ү
ҙенсәлекле.

Борондан
башҡорт ырыуҙары атты изге хайуан тип ҡараған. Ат борон-борондан ир-аттың
юлдашы, халыҡ йырҙарында  йырлар, әкиәттәрендә данлар йәнлек булған. Халыҡ
жадында уның изге Аҡбуҙат, Аҡһаҡ ҡола кеүек толпар образдары йәшәй. Башҡорт телендә
ат йәнлеге исемдәре күп.

Ғилми
эшем темаһы “Башҡорт аты” тип атала. Ат йәнлеген изгеләштереү һәм уның
исемдәрен башҡорттарҙа өйрәнеү төп маҡсатым булып тора. Башҡорт халҡындағы изге
ат образдарын өйрәнеү бик актуаль. Ат исемдәренең дә байлығын ҡарап сығыу мөһим
тип һанайым.   Башҡорттарҙа аттың төҫөнә ҡарап бирелгән атамалар һөйләштәрҙә
күпләп таралған. Улар һәр ат хайуанының төҫөн генә түгел, ә йәшен, йөрөшөн,
холоҡ-фиғелен дә характерлай.

Ғилми
эшемдә ат йәнлегенең башҡорттарҙа изгеләштереүҙе өйрәнеү  маҡсатына өлшгәшеү
өсөн түбәндәге материалдарға мөрәжәғәт иттем:


башҡорт халыҡ ижады;


башҡорт теле һәм уның һөйләштәре;

Хеҙмәттең
беренсе өлөшөндә ат йәнлеген халыҡта изгеләштереүҙе өйрәндем. Икенсе өлөштә
аттың төҫөнә ҡарап бирелгән исемдәрҙе ҡарап сыҡтым. 

Беренсе бүлек. Башҡорттарҙа
изге ат образы

Башҡорттарҙа
тылсымлы аттар йәки толпар образын шартлы рәүештә өс төркөмгә бүлеп була:
беренсенән: һауа, һыу һәм мәмерйә (ер аҫты) аҡбуҙаттары (аҡ+буҙ+ат), һауа
һараттары (һары+ат), тураттар (туры+ат) һәм күгаттар (күк+ат), һыу һәм мәмерйә
(ер аҫты) ҡараттары (ҡара+ат), икенсенән, ҡанатлы толпарҙар һәм, өсөнсөнән,
кеше рәүешле тормош алып барырға һәләтле аттар. Шул уҡ ваҡытта бөтөн изге
аттарға кеше һәләте бирелгән.

Халыҡ
эпостарында аттар  изгеләштерелгән. “Аҡһаҡ Ҡола” эпосында Аһаҡ Ҡола былай ти:

— Ошо һыуҙы эсеп үҫкән

Биш ҡолондоң толпары мин;

Яраланғас, яуҙан һине

Алып осҡан шоңҡарың мин.

Нисә даръя кискәнмен,

Урман, һыуын үткәнмен,

Күпме тауҙар ашҡанмын;

 Айыу менән алышып,

Бүре менән сәйнәшеп,

 Имен һаҡлап малыңды,

Төбәгемде тапҡанмын!

Төйәгемдең һағышы

Йөрәгемә уралған.

Мин китмәмен Уралдан,

Һин дә китмә Уралдан!

Урал — минең төйәгем,

Шунда ҡалһын һөйәгем!

Егет
атҡа  төҙәгән уғын кире ала. Аҡһаҡ Ҡола ла, егет тә Уралда ҡалалар, Уралды
дошман яуынан һаҡлайҙар. Аҡһаҡ Ҡола батыр егеттең тоғро юлдашы, яуҙашы,
кәңәшсеһе булып ҡала.

Башҡорттарҙа
сысҡан һыртлы ҡара — ҡола йылҡы тоҡомоноң үрсеп китеүе һәм уның изге төҫ
һаналыуы Аҡһаҡ Ҡола айғыр нәҫеленә тоташтырыла. Үҙ сиратында Аҡһаҡ Ҡола —
Шүлгән күленән сыҡҡан һыу эйәһе йылҡыһы тоҡомона бәйле.

Күберәк
әкиәттәрҙә һәм эпостарҙа изге ат сағылыш тапҡан. Беренсе төркөм аттар атаһынан
төп урында Аҡбуҙат тора. Уның образы “Урал батыр”,  “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән
Һыуһылыу”, “Иҙүкәй менән Мораҙым” эпостарында һәм тиҫәтәнән ашыу әкиәттәрҙә,
шулай уҡ айырым риүәйәттәрҙә һәм легендаларҙа айырыуса тулы сағыла.

Аҡбуҙат
– иҫ киткес матур, илаһи ат, Ҡояш-тәү әсәнең аты һәм нурлы йөҙлө күк ҡыҙының
һыбай йөрөй торған аты. Урал батыр уны Ҡояш ҡыҙы Һомайҙан бүләк итеп ала. “Урал
батыр” эпосында Аҡбуҙат батырға яуыз көстәргә ҡаршы көрәшкәндә ярҙамлашҡан ат
ҡына түгел. Ул эпоста аңы, зиһене һәм көсө буйынса хужаһынан бер ҙә ҡалышмаған
һәм тылсымға эйә булған айырым бер персонаж да булып тора.

Әкиәттәрҙә
толпар баштан уҡ һоҡланғыс аҡбуҙат булып күренмәҫкә лә мөмкин. Мәҫәлән, «Аҡъял
батыр» әкиәтендә батырҙа юлдаш булыр толпар тәүҙә ат көтөүендә йөрөгән ҡорсаңғы
ғына тай була. Батыр үҙенә ат эҙләп йүгәндәрен шылтыратҡанға ул боролоп ҡарай
һәм егеткә был тайҙы сараһыҙҙан юлдаш итергә тура килә. Батыр үҙен һайлағас,
тай әкиәт тылсымы менән толпарға әүерелә һәм бар эштәрҙә лә батырының
ярҙамсыһы, дуҫы булып килә.

Күп
әкиәттәрҙә толпар һөйләшә лә. Ул батырҙарға кәңәш бирә, уларҙы ауыр саҡта
йыуата, уларға төрлө серҙәрҙе сисә. Мәҫәлән, «Алпамыша батыр» әкиәтендә толпар,
егеткә ағайҙары хыянат иткәс, телгә килеп: «Һин, егет, ҡайғырма, бар хәйерсе
кейемдәре кей ҙә йәйләүгә, тирмәң янына бар»,  — тип өйрәтә. Егет шулай итә лә.
Һәм әкиәттең аҙағында толпарының кәңәшен тотоп бик күп яуызлыҡтарҙы еңеп сыға.

Толпарҙарҙы
саҡырып алыу ҙа әкиәттәрҙә бер төрлө үк килә. Батырҙар толпарҙарының ял йәки
ҡойороҡ ҡылын һурып алып ҡала ла, кәрәк саҡта уларҙы өтөп, аҡбуҙаттарын
үҙҙәренә саҡырып ала. Был күренеш шулай уҡ  әкиәттәрҙә толпар образының ни
кимәлдә мөғжизәле һәм серле булыуын күрһәтә.

Шулай
уҡ күп әкиәттәрҙә толпар осоу һәләтенә эйә. «Урал батыр»ҙағы аҡбуҙаттан башлап,
был толпарҙар батырҙарын ете диңгеҙ, ете тауҙар аша осортоп алып китә. Ҡайһы
бер әкиәттәрҙә, мәҫәлән, «Һарат», «Һарысай», «Һарат һәм батыр» кеүектәрҙә йыһан
аты – һарат (һарысай) образы бар. Һарат та шулай уҡ күктә яралған һәм күктә
йәшәй, ул – Айҙың аты. Ай уны Айһылыу исемле ҡыҙына бүләк итә, ә ул, үҙ
сиратында, һаратты үҙенең Шүлгәндән тыуған улы Һаҡмарға бирә.

Ҡанатлы
толпарҙар күбеһенсә батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙә һәм легендаларҙа ҡатнаша,
буйҙары ҙур түгел. Ҡағиҙә булараҡ, толпарҙар – килбәтһеҙ ҡиәфәтле ҡырҡмыш
тайҙар, геройҙың өйөрҙән ат һайлағанда, улар йүгән зыңлауына беренсе булып
тауыш бирә. Батырҙарҙың уларҙы эйәрләп юлға төшөүе була, толпарҙар ысын батыр
аттарына әүерелә. Ҡайһы ваҡытта толпарҙар, беренсе төр мифик аттар кеүек,
диңгеҙ йәки ҡойо төбөнән сыға, йәғни әкиәти геройҙар уларҙы күлдәрҙең һәм башҡа
һыу ятҡылығы ярынан эйәрләп ала.

Боронғо
башҡорттарҙың уйлауынса, бер кем дә, хатта хужа үҙе лә толпарҙың ҡанаттарын
күрергә тейеш түгел, сәнки уның үлеүе мөмкин. Толпарҙар кешесә һөйләшә, уйлай
белә, төштәр күрә, асыулана, үс ала. Улар геройҙарҙың тоғро дуҫтары, ышаныслы
юлдаштары һәм аҡыллы кәңәшселәре. Батыр менән ваҡытлыса айырылышҡанда ат үҙенең
ялынан йәки ҡойроғонан өс ҡыл-сәсен һурып алыуын һорай: геройға уларҙы яндырып
ебәреү генә етә — “һә” тигәнсә аты уның алдына килеп баҫа. Толпарҙар – тыумышы
менән ерҙән булған (һыуҙан бик һирәк) әкиәти аттар, улар күк, юғары донъя менән
бәйләнмәгән. Мифтарҙа улар – тылсымлы ярҙамсылар һәм әкиәти геройҙарҙы
яҡлаусылар.

Аҡбуҙат
һәм Һарат башҡорт халҡының йондоҙҙар менән бәйле мифтарында йәнәшә лә сығыш
яһай. Бер легендаға ярашлы, улар күккә күтәрелгәндәр һәм башҡорттар Бәләкәй
Айыу йондоҙлоғондағы Буҙат менән Һарат тип йөрөткән ике йондоҙға әүерелеп, әле
лә шунда йәшәйҙәр.

«Аҡбуҙат»,
«Заятүләк менән Һыуһылыу» кеүек әкиәттәрҙә толпар образы һыуға бәйле. Урал
батыр һәләк булғандан һуң, аҡбуҙат һыу аҫтына – күлдәр хужаһына юлыға һәм
артабан күп әкиәттәрҙә телгә алына.

Һыу
аҫты аҡбуҙаты образы бигерәк тә «Аҡбуҙат» әкиәтендә тулы кәүҙәләндерелә. Ул –
ғәләмәт ҙур көскә эйә ҡанатлы илаһи ат. Әгәр Һәүбән атын саҡырғанда уның
ҡойроғонан йолҡоп алынған ҡылды яндырһа, аҡбуҙат шундуҡ янына килеп етер һәм
уның барлыҡ теләген үтәр булған. Зирәк һәм аҡыллы кәңәшсе булараҡ, ул һәүбәнде
ашығыс һәм төптән уйлап еткерелмәгән эштәрҙән иҫкәртә, хужаһына ысын дуҫ
булғас, ул ҡайҙандыр батырға кейем табып бирә. Аҡбуҙат һуғышта ҡыйыу булған һәм
үҙенең көсөн Һәүбәнгә лә бирә алған.

Башҡорттарҙың
әкиәттәрендә мәмерйәләрҙә йәшәгән толпар образдары ла (йәки уларҙың рухтары)
бар. Башҡорт халҡының риүәйәттәренән һәм легендаларынан күренеүенсә, тау
мәмерйәләренә, йәғни ер аҫтына аҡбуҙаттар ғына түгел, ғәйрәтле ҡараттар ҙа
бикләнгән. Шуларҙың араһынан ҡеүәте һәм ҡөҙрәте менән “Бүре улы
Сынтимер-бәһлеүән” әкиәтендә төп герой ер аҫтынан алып сыҡҡан Ҡарат исемлеһе
айырылып тора.

Барлыҡ
аҡбуҙаттарҙы, һараттарҙы, тураттарҙы һәм ҡараттарҙы уларҙың илаһи зат, йәғни
һауа, һыу стихияларын кәүҙәләндергән тылсымлы хайуандар, ер һыуҙары ташҡындарын
баҫып тыйыусылар, тау менән йылғаларҙы тыуҙырыусылар, кешеләрҙең ҡөҙрәтле
яҡлаусылары һәм уларҙы һаҡлаусылары ролендә сығыш яһауы берләштерә.

Әкиәттәрҙә
толпарҙарҙың тағы ла бер төрө бар. Улар төр тылсымлы аттары — әүермән аттар,
улар күбеһенсә тылсымлы әкиәттәрҙә һәм легендаларҙа осрай.

“Буҙансы
батыр” әкиәтенең бер вариантында балалары булмаған әбей менән бабайҙың бер
ваҡыт һоро бейәләре ҡолонлауы хаҡында бәйән ителә. Ҡолондо өйгә индерәләр. Ә
төнөн ул балаға әүерелә һәм уны һоро бейә хөрмәтенә Буҙансы, тип, атайҙар.

Фольклорҙа
шулай уҡ кешеләрҙең дә ат ҡиәфәтен алыуы мөмкин. Бындай әкиәттәрҙе уйлап
табыусылар – боронғо башҡорттар аттың кешегә һәм кешенең атҡа әүерелә алыуына,
ат менән кеше араһындағы тигеҙлеккә ышанған. Шуға ла күп кенә әкиәттәрҙә һәм
легендаларҙа аттар кешеләр менән бергә йәшәй, аттан кеше балаһы тыуыуы ихтимал,
был хайуан менән туғанлыҡ мотивтары бар. Ҡайһы бер башҡорт әкиәттәрендә аттар
сабый балаларҙы туйындырыусы һәм тәрбиәләүсе булып та тасуирлана.

Шулай
итеп, башҡорт халыҡ эпосында һәм әкиәттәрендә изге ат образы ерҙән, күктән йәки
һыуҙан килгән мөғжизәүи көс күренеше булып тора. Ул көс кешеләргә, яҡшы
кешеләргә ярҙам йөҙөнән ебәрелә. Йәғни, тәбиғәттең изге әҙәмдәргә булышлыҡ
итеүе итеп күрһәтелә был образ.

II. Башҡорт
аты исемдәре

Башҡорт
халҡында “ат” һүҙе төрлө исемдәр ярҙамында белдерелә. Улар түбәндәгеләр:

1.    
Алмасыбар

2.    
Ҡола

3.    
Айғыр

4.    
Юртаҡ

5.    
Буҙат

6.    
Бейә

Башҡорттар
аттарға исемдәрҙе төҫтәргә ҡарап бирә. Улар бының өсөн түбәндәге төҫтәрҙе
ҡуллана.

Аҡ.
Башҡорттар, ғәҙәттә, атҡа ҡарата был сифатты ҡулланмай, бәлки күк тип атай:  аҡ
буҙ
, аҡ күк. Был һүҙҙәр “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарында айырыуса
йыш осрай.

Ала.
Аҡҡа башҡа төҫтәр аралаш килһә, ундай аттарҙы ала тип йөрөтәләр. Аралашыусы
төҫтәр сикләнгән була. Мәҫәлән: күк ала, ҡара ала, ерән ала, ҡыҙыл ала, ҡола
ала. Буҙ ала
булмай, сөнки буҙ менән аҡ аҡбуҙҙы бирә. Әгәр инде аҡ менән
туры төҫ аралашһа ундайҙарҙы бүртә тип йөрөтәләр. Аҡ менән туры
ҡатнашмаһында аҡ төҫ өҫтөнлөк итә икән — күк бүртә була. «Батыр  еккән
пар күк ала, Башҡайҙары уйнай дуғала», — тиелә эпоста.

Буҙ
. Тәбиғәттә сылт аҡ ҡына булған аттар юҡ дәрәжәһендә. Аҡҡа барыбер  күгелйем
төҫ инә. Тимәк аҡбуҙ атамаһы  тарала. Буҙ аттар иһә үҙҙәре бер
нисә төргә бүленә: аҡбуҙҙан башҡа күк буҙ, ҡара буҙ була.

Ҡара. 
Ҡара төҫтөң дә аттарҙы билдәләгәндә төрлөләре бар: муйыл ҡара, сөм ҡара,
ҡара күк
. Был сифаттар эпостарҙа аттың төҫөнөң теге йәки был дәрәжәһен
белдереү өсөн ҡулланыла.

Ҡола.
Аттарҙа киң таралған төҫтәрҙең береһе. Һоро аттарҙың бер төрө. Анығыраҡ
әйткәндә, һоро аттарҙың ялы һәм дә ҡойроғо ҡара булһа, шулар ҡола тип
йөрөтөлә.

 Шулай
итеп, ат исемдәре башҡорт халҡында төрлө ул халыҡтың был йәнлекте яратыуын һәм
изгеләштереүен сағылдыра.  

Йомғаҡлау

Ат
– халҡыбыҙҙың милли мәҙәниәтендә ҙур урын алыусы йән эйәһе. Ысынлап та, башҡорт
халҡы элек-электән ат төп йорт хайуаны булған, халыҡ ижады  әҫәрҙәрендә лә
сағылыш тапҡан. Халҡыбыҙ аңында,  изге ат образы яманлыҡ, яҡшылыҡ, әҙәплелек
кеүек төшөнсәләр менән йәнәшә үрелеп үҫкән.

Хеҙмәтемдә
башҡорт халҡының ҡобайырҙарын һәм әкиәттәрен өйрәндем. Уларҙа изге ат образдары
бар. Башҡорттар өсөн иң изге ат – Аҡбуҙат. Ул “Урал батыр”ҙа, “Аҡбуҙат”
эпосында һәм башҡа әкиәттәрҙә бар. Икенсе бер изге ат булып Аҡһаҡ Ҡола тора.
Башҡорттар был аттарҙы кеше һәләттәренә эйә тип ҡарай. Улар һөйләшә белә. Төрлө
батырлыҡтар эшләй. Аҡбуҙат һыу батшалығында ла, һауа батшалығында ла йәшәй. Ат
образы башҡорттарҙың ер һәм күк, тәбиғәткә булған ышаныуҙарын үҫтерә.

Башҡорттарҙа
аттарҙың төрлө исемдәре йәшәй. Улар күберәк төҫкә ҡарап бирелгән. Аҡбаҙ, ҡола,
ерән, буҙат, алмасыбар һымаҡ төҫтән яһалған исемдәр бар. Һөйләштәрҙә бик күп ат
исемдәре таралған. Улар башҡорттарҙың  был йәнлекте бик яратыуын һәм уға төрлө
исем биреүен сағылдыра.

Хеҙмәтемде
йомғаҡлап, ат башҡорт халҡы өсөн иң изге йәнлек тигән фекергә килдем. Ул ҡурай
менән бергә башҡорттоң мәңгелек  тоғоро юлдашы.

Әҙәбиәт

1.    
Башҡорт халыҡ ижады: Әкиәттәр.
1-се китап./ Төҙ. М.Х.Минһажетдинов, Ә.И.Харисов; Яуаплы ред. Н.Т.Зарипов. Өфө:
Башҡортостан китап нәшриәте, 1976.

2.    
Башҡорт халыҡ ижады: Әкиәттәр.
2-се китап./ Төҙ. М.Х.Минһажетдинов, Ә.И.Харисов; Яуаплы ред. Н.Т.Зарипов. Өфө:
Башҡортостан китап нәшриәте, 1976.

3.    
Башҡорт халыҡ ижады: Әкиәттәр.
3-се китап./ Төҙ. М.Х.Минһажетдинов, Н.Т.Зарипов; Яуаплы ред. Ә.И.Харисов,
Г.Б.Хөсәйенов. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978.

4.    
Башҡорт халыҡ ижады: эпос. –
Өфө: Китап, 1974. –  480 бит.

5.    
Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта.
Башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. Төҙәтелгән һәм тулыландырылған 2-се
баҫмаһы. — Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1999. – 328 б.

6.    
Йәшәгән, ти, батырҙар. Башҡорт
халыҡ әкиәттәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.

7.    
Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик
ҡомартҡылары. Өфө, 1961.

8.    
 Хисаметдинова Ф. Башҡорт
мифологияһы. Өфө, 2002.

9.    
 Хөсәйенов Ғ.Б. Башҡорт
халҡының рухи донъяһы / Ғ.Б. Хөсәйенов. — Өфө: Китап, 2003. — № 9.

  • Главная
  • Разное
  • Образование
  • Спорт
  • Естествознание
  • Природоведение
  • Религиоведение
  • Французский язык
  • Черчение
  • Английский язык
  • Астрономия
  • Алгебра
  • Биология
  • География
  • Геометрия
  • Детские презентации
  • Информатика
  • История
  • Литература
  • Математика
  • Музыка
  • МХК
  • Немецкий язык
  • ОБЖ
  • Обществознание
  • Окружающий мир
  • Педагогика
  • Русский язык
  • Технология
  • Физика
  • Философия
  • Химия
  • Шаблоны, фоны, картинки для презентаций
  • Экология
  • Экономика

Презентация, доклад на тему Башкирская лошадь Башкорт аты

Содержание

  • 1.

    Башкирская лошадь Башкорт аты

  • 2.

    Слайд 2

  • 3.

    Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ат һүрәте

  • 4.

    Слайд 4

  • 5.

    Башҡортатының тоҡомо

  • 6.

    Был тоҡом аттары ауыл хужалығы эштәрендә алыштырығыһыҙ. Уларҙы йөрөмлөлөгө, етеҙлеге һөҙөмтәһендә крәҫтиән хужалыҡтарында үрсеткәндәр.

  • 7.

    Ауыр тупраҡлы ерҙәрҙә ерҙе эшкәртеу,

  • 8.

    Ерән төҫтәге дон тоҡомо аттары

  • 9.

    Слайд 9

  • 10.

    Слайд 10

  • 11.

    Слайд 11

  • 12.

    Сбруйға нимәләр инә?ДуғаҠамытДилбәгәЙүгәнАуыҙлыҡ Эйәр ыңғырсаҡБауырлыҡ арҡалыҡ НуҡтаАйылҮндекҠойошҡанӨҙәңге

  • 13.

    Слайд 13

  • 14.

    Эт — кешенең дуҫы, ат — ярҙамсыһы

  • 15.

    Бер ерҙә лә юҡтыр кеүек Бындай ярһыу,

  • 16.

    Слайд 16

  • 17.

    Слайд 17

  • 18.

    Слайд 18

  • 19.

    Слайд 19

  • 20.

    Ат кешегә нимәләр бирә?ИтҺөт ҡымыҙЕп Бау (ҡылынан)Өҫ

  • 21.

    Нимәлә һәм нимә менән ҡымыҙ бешәләр? Уны нимәнән эшләйҙәр?Көбөлә бешәләрБешкәк менәнЙүкә, имән ағастарынан эшләйҙәр

  • 22.

    Слайд 22

  • 23.

    Башҡорт ҡымыҙы

  • 24.

    Слайд 24

  • 25.

    Атты нисек иркәләйҙәр?Ул иркәләгәнде беләме?

  • 26.

    Слайд 26

  • 27.

    Ат төҫтәрен һәм билдәләрен һанап сығырғаКүк атБуҙ атТуры атҠара-турыБүртәКүк бүртәһеЕрәнҠан-ерәнҠараҠолаҠашҡаЯпраҡ ҡашҡа, йондоҙ ҡашҡа, сыбай ҡашҡа

  • 28.

    Аттарҙы 1 йәштән 5 йәшкә тиклем нимә

  • 29.

    Был ниндәй көй?

  • 30.

    АҠБУҘАТ ИППОДРОМЫ

  • 31.

    Слайд 31

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ат һүрәте

Слайд 3Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ат һүрәте

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ат һүрәте


Слайд 6 Был тоҡом аттары ауыл хужалығы эштәрендә алыштырығыһыҙ. Уларҙы йөрөмлөлөгө,

етеҙлеге һөҙөмтәһендә крәҫтиән хужалыҡтарында үрсеткәндәр.

Был тоҡом аттары ауыл хужалығы эштәрендә алыштырығыһыҙ. Уларҙы йөрөмлөлөгө, етеҙлеге һөҙөмтәһендә крәҫтиән хужалыҡтарында үрсеткәндәр.


Слайд 7 Ауыр тупраҡлы ерҙәрҙә ерҙе эшкәртеу, йөк ташыу өсөн көслө

ат кәрәк булған.Был ҡашҡа, күбеһенсә тояҡтары аҡ туры аттар түҙемлелеге, сыҙамлылығы менән айырылып тора.

Ауыр тупраҡлы ерҙәрҙә ерҙе эшкәртеу, йөк ташыу өсөн көслө ат кәрәк булған.Был ҡашҡа, күбеһенсә тояҡтары


Слайд 8 Ерән төҫтәге дон тоҡомо аттары үҙенең сандырлығы, талымһыҙлығы менән

айырыла. Йылғырлығы,етеҙлеге арҡаһында элек-электән хәрби маҡсаттарҙа файҙаланылған.

Ерән төҫтәге дон тоҡомо аттары үҙенең сандырлығы, талымһыҙлығы менән айырыла. Йылғырлығы,етеҙлеге арҡаһында элек-электән хәрби маҡсаттарҙа


Слайд 12Сбруйға нимәләр инә?
Дуға
Ҡамыт
Дилбәгә
Йүгән
Ауыҙлыҡ
Эйәр
ыңғырсаҡ
Бауырлыҡ
арҡалыҡ
Нуҡта

Айыл
Үндек
Ҡойошҡан
Өҙәңге

Сбруйға нимәләр инә?ДуғаҠамытДилбәгәЙүгәнАуыҙлыҡ Эйәр ыңғырсаҡБауырлыҡ арҡалыҡ НуҡтаАйылҮндекҠойошҡанӨҙәңге


Слайд 14Эт — кешенең дуҫы, ат — ярҙамсыһы

Эт - кешенең дуҫы, ат -    ярҙамсыһы


Слайд 15Бер ерҙә лә юҡтыр кеүек
Бындай ярһыу, бындай уйын.
Кемдең генә күргәне бар
Ат

сабышһыҙ һабан туйын!

Бер ерҙә лә юҡтыр кеүек Бындай ярһыу, бындай уйын. Кемдең генә күргәне бар Ат сабышһыҙ һабан туйын!


Слайд 20Ат кешегә нимәләр бирә?
Ит
Һөт
ҡымыҙ
Еп
Бау (ҡылынан)
Өҫ кейеме
Аяҡ кейеме
Ҡумта

Һөйәгенән арба

майы
Һабын
Ҡорсанғыға ҡаршы дарыу
Иммунға сыворотка
Һауыт-һаба
Баш күнәк

Ат кешегә нимәләр бирә?ИтҺөт ҡымыҙЕп Бау (ҡылынан)Өҫ кейемеАяҡ кейемеҠумта Һөйәгенән арба майыҺабын Ҡорсанғыға ҡаршы дарыу Иммунға сывороткаҺауыт-һабаБаш


Слайд 21Нимәлә һәм нимә менән ҡымыҙ бешәләр? Уны нимәнән эшләйҙәр?
Көбөлә бешәләр
Бешкәк менән
Йүкә,

имән ағастарынан эшләйҙәр

Нимәлә һәм нимә менән ҡымыҙ бешәләр? Уны нимәнән эшләйҙәр?Көбөлә бешәләрБешкәк менәнЙүкә, имән ағастарынан эшләйҙәр


Слайд 25

Атты нисек иркәләйҙәр?
Ул иркәләгәнде беләме?

Атты нисек иркәләйҙәр?Ул иркәләгәнде беләме?


Слайд 27Ат төҫтәрен һәм билдәләрен һанап сығырға
Күк ат
Буҙ ат
Туры ат
Ҡара-туры
Бүртә
Күк бүртәһе
Ерән
Ҡан-ерән
Ҡара
Ҡола
Ҡашҡа
Япраҡ ҡашҡа,

йондоҙ ҡашҡа, сыбай ҡашҡа

Ат төҫтәрен һәм билдәләрен һанап сығырғаКүк атБуҙ атТуры атҠара-турыБүртәКүк бүртәһеЕрәнҠан-ерәнҠараҠолаҠашҡаЯпраҡ ҡашҡа, йондоҙ ҡашҡа, сыбай ҡашҡа


Слайд 28Аттарҙы 1 йәштән 5 йәшкә тиклем нимә тип атайҙар?
1 йәштә —

ҡолон
2 йәштә — ябаға
3 йәштә — тай
4 йәштә байтал
5 йәштә ат була

Аттарҙы 1 йәштән 5 йәшкә тиклем нимә тип атайҙар?1 йәштә - ҡолон2 йәштә - ябаға3 йәштә -


Башҡорт аттары

Һуңғы бер нисә йыл күршеләребеҙ татарҙар татар аты, – тип шау-шыу ҡуптарып, донъяла бер ниндәй ҙә «башҡорт аты», йәиһә «тыва», «яҡут аты» булмаған, улар бөтәһе лә «татар аты»ның төрҙәрелер, – тип яҙа башланылар. Күрше республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙа, интернет селтәрендә был турала байтаҡ ҡына мәҡәләләр баҫылды һәм әле булһа (ат) мал бүлешеү дауам итә.Мәҡәлә тулыһынса сайтта:#Шоңҡаржурналы #башҡортаттары

Һуңғы бер нисә йыл күршеләребеҙ татарҙар татар аты, – тип шау-шыу ҡуптарып, донъяла бер ниндәй ҙә «башҡорт аты», йәиһә «тыва», «яҡут аты» булмаған, улар бөтәһе лә «татар аты»ның төрҙәрелер, – тип яҙа башланылар. Күрше республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙа, интернет селтәрендә был турала байтаҡ ҡына мәҡәләләр баҫылды һәм әле булһа (ат) мал бүлешеү дауам итә.

Ҡулыма Татарстанда йәштәр өсөн сығарылған “Идел” журналының быйылғы (2019 йылғы) май айы һаны килеп эләкте. Унда Чәчәк Гәрәеваның “Татарның үҙ аты бар” тигән мәҡәләһе баҫылған. Ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Баҡтиһәң, беҙ, башҡорттар, «башҡорт аты» тип ғорурланып йөрөһәк, был ат татарҙан үҙләшетерелгән икән дә. Бына һиңә «мә, белмәһәң, белеп ҡуй»тигән кеүек килеп сыҡты. Мәҡәләнән бер өҙөктө һүҙмә һүҙ килтереп китеү урынлы булыр. «Белгечләр әйтеүенчә, татар атлары – чиста нәселле, өч меңнән артык ел дәвамында аларның хәтта тышкы кияфәте дә үзгәрмәгән. Тик, менә үзләштерүчеләр табылган: татар атларын Тывада – тыва, Башҡортостанда – башҡорт, Монголиядә – монгол атлары дип йөртәләр икән» (баяғы журналдың 21-се бите).

Күрәһең, мәҡәлә авторы Чәчәк Гәрәева тарих менән бигүк таныш түгелдер. Быға тиклем тарихта күберәк башҡорт аты тураһында һүҙ бара торғайны. Бының үҙ сәбәптәре бар. Сөнки урыҫ армияһы менән бергә Рәсәй алып барған эреле-ваҡлы төрлө яуҙарҙа ҡатнашып, башҡорттар һәм уларҙың аты Рәсәй армияһында үҙҙәренә үлемһеҙ дан яулайҙар. Урыҫ генералдары башҡорт атының яу сифаттары тураһында яҡшы таныш була һәм Рәсәй армияһының кавалерияһы өсөн ошондай талымһыҙ, арымай-талмай 120–140 саҡрымды бер ҙә туҡтамай, алтышар-етешәр сәғәт саба алған ат тураһында хыялланған. Тик башҡорт аты ялбыр йөнлө, ҙур башлы, артыҡ ҙур булмаған кәүҙәле булағанлыҡтан армия эталонына (талаптарына) тап килмәгән. Шуға күрә Рәсәйҙең махсус ат заводтарында башҡорт аттарын төркмәндәрҙең ахал-текин тоҡомло һәм ғәрәптәрҙең тоҡомло аттары һәм башҡа халыҡтарҙың аттары менән төрлөсә ҡушып, армия эталонына тап килгән ҙурыраҡ кәүҙәле, ҡарап тороуға матурыраҡ булған аттар килтереп сығарырға тырышҡандар. Йәғни ҙур ҙа, матур ҙа һәм шул уҡ ваҡытта башҡорттоҡо һымаҡ сыҙамлы, талымһыҙ ҙа булһын. Тик генералдар теләгәнсә генә килеп сыҡмай шул. Аттар йә башҡорт тоҡомона оҡшап ялбыр, йәиһә ҡарап тороуға матур, тик башҡорт атының сыҙамлылығын, талымһыҙлығын юғалтҡан булып сыға.

Тарихҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Башҡорттоң бөтә үткән тарихи юлы ат менән бәйле. Әгәр халыҡ ижадына күҙ һалһаҡ, унда йыш ҡабатланған «ҡайҙа ла бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы» тигән һәр башҡорт өсөн дә таныш юлдар иҫкә төшә иң алда. Башҡорт үҙ балаһын «ҡолонсағым» тип яратһа, ҡаҙаҡ иһә «ботагүз» (йәғни «дөйә күҙ») тип яраталыр. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрендә лә шул уҡ ат тояғы тыпырлаған тауышты ишетергә була.

Бүтән бер халыҡта ла башҡорттағы кеүек ат менән бәйле бай ауыҙ-тел ижады юҡтыр. Һәр халыҡ үҙ тарихынан сығып ижад итә һәм үҙ ижадында шул тарихты сағылдыра. Башҡорт иһә ат йәнле халыҡ булараҡ, атына арнап, нәмәләр генә ижад итмәгән. Боронғо эпостарыбыҙ – «Аҡбуҙат», «Ҡара юрға», «Аҡһаҡ ҡола» – тотошлайы менән ат менән кеше мөнәсәбәттәренә бәйле. Борон-борон замандарҙа нисек итеп Донъя (Ғаләм) барлыҡҡа килеүен тасуирлаған мәшһүр «Урал батыр» ҡобайырында мифик Аҡбуҙат башҡортҡа күктән төшөрөлгән тиелә. Риүәйәттәребеҙгә, легендаларыбыҙға күҙ һалһаҡ та, шуны уҡ күрербеҙ. Аҡбуҙат, Һарат, Турат һәм башҡа бихисап мифик аттарыбыҙ тураһында халыҡ әле булһа һөйләйҙер.

Фольклор, этнография экспедицияларында ат тураһында ғалимдар тарафынан әле лә төрлө материалдар яҙып алына. Башҡорттар әле булһа үҙҙәренең кәртә-ҡуралары янында берәй ҡолғаға ат башын ҡаҙап ҡуялар, сөнки уларҙың ышаныуҙарынса, был ат башы башҡорт донъяһын төрлө бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалай.

Бынан бер нисә йыл элек Баймаҡ районының хәҙер бөткән Фәйзулла ауылы эргәһендә археологтар ҡаҙыныу эштәре алып барғайнылар. Шул ваҡытта улар элекке өй ултырған нигеҙ буйынан таш ҡумта эсенә һалынған ат башын ҡаҙып сығарҙылар. Археологтарҙың был табышы минең этнограф булараҡ шул уҡ районда, элекке Фәйзуллаға күрше Байыш, Кәрешкә ауылы кешеләренән яҙып алған материалдар аша аңлатыла. Шуныһы ҡыҙыҡ: атҡа бәйле ырымдарҙы, ышаныуҙарҙы мин археологтар баяғы ат башы һалынған ҡумтаны ҡаҙып сығарған көндө яҙып алғайным. Кисен эштәрҙе тамамлап, усаҡ янында сәй эсә-эсә кем нимә эшләүе тураһында һөйләшеп ултырғанда мин үҙ табыштарым тураһында һөйләп биргәс, археологтар мине үҙҙәре ҡаҙыныу эштәре үткәргән ергә алып барып, баяғы ат башы һалынған таш ҡумтаны күрһәттеләр. Йәғни археологтарҙың табышы минең халыҡтан яҙып алған этнографик яҙмаларым менән дәлилләнеп, башҡорттарҙа ат менән бәйле ырымдарҙың бик борон замандарҙан алып хәҙерге көндәргә тиклем әле булһа ла халыҡ хәтерендә булыуын күрһәтте. Башҡорттар боронғо дәүерҙәрҙә формалашҡан халыҡ булараҡ, уларҙың боронғо мифологик ҡараштарында аттарҙың ҡасандыр тотем булғанлығын күрһәткән материалдар беҙҙең көндәргә килеп еткән. Мәҫәлән, ҡайһы бер башҡорт ырыуҙарындағы аралар үҙҙәренең килеп сығышын ат менән бәйләй. Былар ҙа башҡорт атының боронғолоғона ишара. Әгәр башҡорт атты үҙе эйәләштереп, формалаштырмайынса, икенсе берәй халыҡтан әҙер көйө үҙләштергән булһа, халыҡ ижадында бындай боронғо тотемистик ҡараштар формалаша алмаған булыр ине. Күршеләребеҙ, Ҡазан татарҙарында, йәш халыҡ булараҡ, бындай боронғолоҡ бөтөнләй осрамай. Сөнки улар бик һуң ойоша башлайҙар һәм XIX быуат аҙағына – XX быуат башына тиклем үҙҙәренең милли атамаһы (этнонимы) тураһында – «Беҙ кем Болғармы, Татармы, Мосолманмы?» – тип бәхәс ҡуптаралар. Башҡортта иһә, формалашыу этабын әллә ҡасан, мең йыл элек үткән халыҡ булараҡ, үҙҙәренең милли атамаһы (башҡортлоғо) тураһында бер ниндәй шик тыумай. Татарҙар үҙҙәренең кемлеген асыҡларға теләп, «Беҙ кем?» тигән һорауға яуап эҙләп бәхәсләшкән саҡта, башҡорт донъяһы күптән инде формалашыу этабын үтеп, ныҡлы аяҡта баҫып торған халыҡ булған һәм шул иҫәптән был уның атына ла ҡағыла.

Башҡортостандың Баймаҡ, Әбйәлил, Туймазы һәм элекке башҡорт ерҙәре булған күрше Силәбе өлкәһенән һатып алынған «башҡорт тоҡомло» аттар татар кешеһе һатып алғандан ғына «татар аты» булып китә алмайҙыр, тип уйлайым. Бындай логиканан сығып фекер йөрөтһәк, берәй урыҫ йәки башҡорт милләтле кеше ғәрәп тоҡомло ат һатып алып уны «урыҫ тоҡомло», йәиһә «башҡорт тоҡомло» тип әйтергә тейешме ни? Эйе, һатып алғас, был аттарҙың хужаһы хәҙер татар милләтле кеше һәм бында бер ниндәй бәхәстең булыуы ла мөмкин түгел. Тик һүҙ бит аттың фәлән-фәлән хужаһы тураһында түгел, ә тоҡомо тураһында бара. Ә тоҡом ул ҡапыл ғына килеп сыға торған нәмә түгел. Мал шундай-шундай тоҡомдан, тип әйтер өсөн ул бик оҙайлы селекция үтергә тейеш. «Башҡорт аты» бит уның әлеге хужаһы башҡорт булған өсөн генә түгел, ә меңәр йыллыҡ селекция үтеп, башҡа тоҡомло аттарҙан айырылып торған сифаттары булған өсөн һәм мотлаҡ башҡорт ерендә формалашҡаны менән генә «башҡорт тоҡомло» тип атала башлаған.

Башҡорттарҙың элек-электән Рәсәй ҡалаларындағы йәрминкәләргә меңәр баш ат алып барып һатыуҙары тураһында мәғлүмәттәр беҙгә килеп еткән. Элекке замандарҙа армияның төп көсө булып кавалерия иҫәпләнгән. Урыҫ армияһы кавалерияһына башҡорттар әллә нисә меңәр баш ат биреп торғандар. Башҡорттарҙың икһеҙ-сикһеҙ ерҙәрендәге йылҡы өйөрҙәренә ҡыҙыҡҡан урыҫ дворяндары уларҙы төрлө юлдар менән тартып алырға тырышҡан. Урыҫ Рәсәй дәүләтенең сикһеҙ һәм оятһыҙ талаптарына сыҙамаған башҡорттар баш күтәрергә лә мәжбүр булған. Был баш күтәреүҙә башҡорттоң төп көсө һыбайлы яугир ҙур роль уйнаған. Ошо көстө нисек булһа ла кәметергә теләп, урыҫ властары башҡортто атһыҙ ҡалдырырға көсәнгән. Тарихи документтарға ҡарағанда, иң ярлы башҡорттоң да иң кәмендә егерме-утыҙ баш йылҡы малы булған. Башҡорттар менән етәкселек иткән губернаторҙар башҡорттарҙан һәр саҡ шикләнеп улар тураһында «атлы һәм ҡораллы» («конно и оружно»), тип яҙыр булғандар.

Чернов фамилиялы батша генералы, башҡорттарҙы һәм уларҙың тормош-көнкүрешен яҡшы белгән кеше булараҡ, башҡорт атына юғары баһа биргән. Был генерал беҙҙең ат тураһында: «Башҡорттар йөҙ һәм унан да күберәк саҡрым алһыҙ-ялһыҙ, бер туҡтауһыҙ алтышар-етешәр сәғәт һыбай сабып бара алалар. Уларға һәм уларҙың атына бер ниндәй ҙә сик, кәртә юҡ. Йылға осраһа, йылғаны аттан төшмәйенсә генә йөҙөп сығалар, урман осраһа, ағастар араһынан да бик етеҙ генә үтеп китәләр, текә тау осраһа ла, аптырап тормайҙар, һыбай көйө тауға үрмәләйҙәр. Башҡорттоң үҙе кеүек, аты ла талымһыҙ, бер ниндәй кәртәне белмәгән, йылғыр, сыҙамлы һәм ҡурҡыу белмәҫ мал», – тип яҙа.

Башҡорттарға ҡарата 1735–1740 йылдарҙа каратель экспедицияһына етәкселек иткән генерал Румянцев башҡорт аттарына һоҡланып: «Улар шундай етеҙ. Беҙҙең аттарға уларҙың артынан ҡыуып етеү мөмкин түгел», – тип яҙған.

Башҡорттар үҙҙәренең яу аттарында Минин менән Пожарский ополченияһында Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат иткәндә лә бик әүҙем ҡатнаша.

1812 йылғы Наполеонға ҡаршы һуғышта ла башҡорттар үҙҙәренең аттары менән егерме һигеҙ атлы полк төҙөп, Парижға барып етеп, Сена йылғаһында аттарын һуғарып, мәңге һүнмәҫ дан менән тыуған илдәре – Уралға ҡайталар. Башҡорттарҙың был һуғыштағы батырлыҡтарын урыҫ генералдары ғына түгел, француз яугирҙары лә һәм башҡорттар үтеп киткән ерҙәрҙә йәшәгән сит ил халҡы ла күреп, лайыҡлы баһалағандар. Был һуғышта ҡатнашҡан башҡорттарҙы һәм уларҙың ялбыр аттарын шул заман яҙыусылары, рәссамдары үҙҙәренең әҫәрҙәрендә һынландырғандар.

Бөйөк Ватан һуғышында генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге башҡорт атлы дивизияһы ла мәңгелек дан яулай. СССР дәүләтендә төҙөлгән милли дивизияларҙан тик башҡорттар ғына үҙ ғәскәри берәмеген һаҡлап, Берлинғаса барып етеп, Одер, Эльба һәм башҡа немец йылғаларында аттарын һуғаралар. Телевизорҙан Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы бер тапшырыуҙа ошо дивизия яугирының: «Беҙҙең үҙебеҙҙең аттарыбыҙ шундай аҡыллылар, яу яланында авиация бомбаға тота башлаһа, йәки артиллерия ата башлаһа, хужаһы менән бергә кәрәк ваҡытында ергә ята ла ҡуя торғайны. Аҙағыраҡ яуҙарҙа аттарыбыҙ күпләп ҡырылғас, дивизияға ҡаҙаҡ, монгол, тува аттарын килтерҙеләр, әммә улар ҡурҡаҡ булып сыҡтылар һәм атыш башланһа, өркөп саба башларҙар ине», – тип башҡорт аты тураһында һоҡланып һәм уларҙы йәлләп, күҙҙәре йәшкәҙәп, һөйләгәне хәтеремдә ҡалған. Бындай яугирлыҡ сифаты башҡорт атына быуаттар дауамында хужаһы менән бергә яу сабыуҙан һеңдерелгән сифат, тип әйтергә була. Минең үҙемдең Имаметдин Әминев тигән (хәҙер күптән инде мәрхүм) олатайым башҡорт кавалерия дивизияһында яу юлы үткән кеше булды. Атайым менән һөйләшеп ултырғандарында ул яуҙа һәләк булған аттарҙы йәлләп, илар һәм шул уҡ ваҡытта шул аттар менән һоҡланыр ине.

Юл ыңғайы, тағы бер ҡыҙыҡ һәм мәҡәлә темаһына яҡын фактты иҫкә төшөрөп китеү урынлы булыр. «Польша татарҙары» тигәнде күптәрҙең ишеткәне барҙыр. Әммә был төрки этник төркөмдөң Иҙел татарҙарына бер ҡыҫылышы ла юҡ. Польша королдәренә һыбайлы яугирҙар кәрәк булғас, улар ҡырым татарҙарынан, нуғайҙарҙан һәм дә нуғай менән бергә булған башҡорттарҙан һыбайлы ғәскәр яллағандар. Ер эшкәртеү, сауҙа менән булышҡан Ҡазан татары, әлбиттә, һыбайлы яугир түгел һәм быны Польша королдәре яҡшы белгән. Ялланып, королгә хеҙмәт иткән баяғы һыбайлы яугирҙарға ер бүлеп бирелгән, улар унда төрлө имениеларға нигеҙ һалып, шунда ерегеп киткәндәр хәҙер «Польша татарҙары» төркөмөн тәшкил итәлер. Йәғни улар этник сығыштыры менән Ҡазанлылар түгел. Быны ни өсөн яҙам? Сөнки бынан бер нисә йыл элек Польша заповедниктарында, зоопарктарында һаҡланып ҡалған Пржевальский тоҡомло аттарҙы һатып алып ҡайтып, Ырымбур далаларына ебәреүҙәре тураһында яҙҙылар. Был аттарҙы ла «татар аты» тип нарыҡларға маташыуҙар булып алды. Тарихты белмәүҙәнме, әллә белеп тә факттарҙы һанға һуҡмаумы – әммә ҡайһы бер Татарстан ғалимдары һәм журналистары тарихи факттарҙы боҙоп күрһәтеп, төрки донъяһындағы күп кенә факттарҙы татарҙыҡы итергә маташа. Шунлыҡтан улар үҙҙәре өсөн бик тә уңайлы «төрки-татар» тигән термин уйлап сығарҙылар. Һәм шунан файҙаланып, төрки халыҡтар ҡатнашҡан ваҡиғаларҙы, уларҙың эҙе ҡалған урындарҙы татарҙыҡы тип атай башланылар. «Татар аты» тигән шау-шыу ҙа ошолар рәтенәндер. Төрки халыҡтар бик күптер. Төрки телдәре, халыҡтары буйынса данлыҡлы белгес Мәхмүт Ҡашғари (XI быуат) яҙғанса, «уларҙың теүәл генә һанын Аллаһы тәғәлә үҙе генә беләлер». Тик төрки телле халыҡтарҙың һәр береһенең үҙ тарихы бар. Татарстан ғалимдарынан башҡа төрки донъяһының бер ғалимы ла бөтә төрки мираҫын үҙенеке итеп маташҡанын ишеткән юҡ.

Аттарға әйләнеп ҡайтһаҡ, уның тоҡомо тураһында һүҙ алып барғанда конкрет теге йәки был халыҡтың тарихи үткәне менән бергә ҡарарға кәрәк. Мәҫәлән, тыва халҡы Саян тауҙарында, Енисей йылғаһы бассейнында йәшәй. Тывалар үҙҙәре йәшәгән ҡырыҫ тәбиғәтле Себер шарттарына яраҡлашҡан аттар тоҡомон сығара алғандар. Иң төнъяҡты төйәк итеүсе «Яҡут аты» бар. Был ат яҡут халҡының тарихынан айырылғыһыҙ мал. Был аттар яҡуттарҙың ата-бабалары менән бергә Байкал күле яҡтарынан Лена йылғаһы буйлап хәҙерге Яҡутстан еренә үрләйҙәр һәм шул ерҙәрҙә хәҙерге сифаттарын формалаштыралар. Был ат тураһында мәғлүмәттәр Мәскәүҙә 2018 йылда «АСТ» нәшриәтендә сыҡҡан «Аттар. Оло энциклопедия» тигән китапҡа ла ингән. Был китапта шулай уҡ «Алтай аты», «Монгол аты» тураһында ла тулы мәғлүмәттәр табырға мөмкин. Китап авторы А.А. Спектор бер ҙә уларҙы «татар аты»ның бер төрө, тип атамаған. Аттар тураһындағы китап авторы Татарстан ғалимдарының ҡайһы берҙәренә ҡарағанда яҡшыраҡ мәғлүмәтлелер, тип уйларға була.

Ошо уҡ китаптың 52–53-сө биттәрендә «Башҡорт аты» тигән ярайһы уҡ ҙур матур материал баҫылған.

Башҡорт аты хужаһына эйәреп, ҡайҙарҙа ғына булмаған да, уның тояҡ эҙҙәре ҡайҙарҙа ғына уйылып ҡалмаған. Тарихи материалдарға һәм башҡорт халыҡ ижадына күҙ һалһаҡ, Сахалин утрауынан, Порт-Артурҙан алып Дунай, Карпат, Венгрия, Польша, Францияға ҡәҙәр арауыҡта башҡорт һәм уның атының эҙҙәрен күрергә була. Мәҫәлән, 1897 йылғы Рәсәй империяһы халыҡтарының һанын алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Сахалин утрауында йәшәүселәрҙең күпселеге башҡорттар менән урыҫтар булып, шул ерҙең хужалары унда әҙселектә булған.

Ҡайҙа башҡорт аяғы баҫҡан, шунда уның аты ла барып еткән, тиергә кәрәк. Башҡорт төрлө сәбәптәр менән үҙе булған, күргән ерҙәр тураһында әллә күпме йырҙар ижад иткән һәм ул йырҙарҙа атына мотлаҡ бер нисә юлды булһа ла, бағышлап киткән. Хәҙер инде мәрхүм шағирыбыҙ оло талант эйәһе Рауил ағай Бикбаев “Башҡорт һәм ат” темаһына арнап, “Атлы азамат” тигән бик тә матур, фәһемле китап баҫтырғайны.

Башҡорт атының формалашҡан төп ерлеге – Көнъяҡ Урал һәм уның тирә-яғындағы урманлы, яланлы ерҙәр, ти ат буйынса белгестәр. Билдәле булыуынса, боронғо башҡорт ерҙәре көнбайышта Иҙел (Волга), Яйыҡ (Урал) йылғаларынан алып көнсығышта – Тобол, Иртышҡаса, ә көнъяҡтан төнъяҡҡа ҡарай – Ырымбур далаларынан алып хәҙерге Пермь крайының, Екатеринбург өлкәһенең төнъяҡ ерҙәренә Чусовая (башҡортса Шуша) йылғаһына тиклем булған һәм башҡорттар шул ерҙәрҙең төп хужалары булып торған. Һәм ошо ғәйәт ҙур ерҙең тәбиғәте башҡорт атының төп сифаттарын билдәләгәндер ҙә инде. Был аттың биографияһы бик боронғо дәүерҙәр менән бәйле һәм шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡының тарихынан айырылғыһыҙ. Ул көнсығыш ялан аттарының урман аттары менән ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән мал. Тимәк, был атта Урал киңлектәрен борон-борондан төйәк иткән тарпандар төп ролде уйнаған һәм шуға күрә лә башҡорт аттары үҙҙәренең ҡиәфәттәре менән тарпанға оҡшап торалар. Ошо ерҙәрҙә XX быуат башында ла тарпандар иркен йөрөгәндәр. Ғалим Рәшит Шәкүрҙең яҙыуына ҡарағанда, һуңғы тарпанды уҙған быуаттың 20-се йылдарында хәҙерге Бөрйән районы ерҙәрендә күреүселәр булған. Башҡорт аты үҙе формалашҡан ергә ныҡ береккән мал. Ҡырыҫ Урал тәбиғәтенә яраҡлаштырып формалаштырылған мал булараҡ, башҡорт аты бик сыҙамлы, көслө тоҡом. Билдәле булыуынса, Уралдың ҡалын ҡарлы, көслө буранлы, (ҡайһы бер йылдарҙа 42-52 градусҡа еткән) сатлама һыуыҡлы, етешәр айға һуҙылған оҙон ҡыштары һәм төрлөсә килгән йә эҫе, ямғырһыҙ ҡоро, йәиһә киреһенсә һалҡын, ямғырлы йәйҙәре – былар бөтәһе лә башҡорт атын формалаштырыуҙа ҙур роль уйнаған. Башҡорт аты йыл буйы тибендә йөрөп, оҙон ҡыштарын ҡаты тояҡтары менән ҡалын ҡар аҫтынан да үҙенә ризыҡ таба алырлыҡ мал. Ҡышҡа ҡарай был аттар әҙерәк бөҙрәләнеп торған оҙон йөн менән ҡаплана. Белгестәр яҙыуынса, бөҙрәләнеп торған оҙон йөн башҡорт атының иң төп билдәләренең береһе. Башҡорт аттары һыбай йөрөүгә лә, егеп йөк ташыу өсөн дә уңайлы мал итеп тәрбиәләнгән. Улар хужаһының талаптарына тиҙ өйрәнә һәм тыңлаусан, күндәм мал. Башҡорт аты башҡа аттар кеүек үк өйөрҙә йөрөй. Һәр өйөрҙөң башында өйөр айғыры тора. Ул өйөргә тирә-яҡҡа таралып китергә бирмәйенсә, үҙ көтөүселәрен яҡшы танып, ситтәрҙе яҡынлатмайынса, һәр саҡ ҡурсалап тора. Башҡорт аттарының даны элек-электән яҡшы билдәле булып, был малды аҫырарға теләүселәр һәр саҡ күп булған. Әлеге ваҡытта башкорт тоҡомло аттарҙы күршеләребеҙ Татарстанда, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Ҡалмыҡ Республикаһында, Ҡаҙағстанда үрсетәләр. Һуңғы йылдарҙа үҙебеҙҙең республикабыҙҙа йылҡысылыҡҡа иғтибар бермә-бер артты һәм күпләп ҡымыҙ етештереү ойошторолдо. Ҡымыҙҙы шифалы эсемлек булараҡ, башҡорттар ғына түгел башҡа милләт кешеләре лә күпләп эсә башланы. Ҡымыҙ тигәндә, юл айҡан әйтеп китергә кәрәктер: Рәсәй империяһында ҡымыҙ менән дауалау өсөн курорт, санаторий кеүек нәмәләр беренсе булып XIX быуатта башҡорт ерҙәрендә асыла башлай. Чехов, Аксаков, Шафран санаторийҙары булып, улар әле лә уңышлы эшләп киләләр һәм унда илдең төрлө тарафтарынан ял итеп, дауаланырға теләүселәр күп. Ҡымыҙ менән дауаланырға башҡорттар йәшәгән ергә бөйөк яҙыусылар Л. Н. Толстой, А. П. Чехов һәм башҡа бик күп билдәле кешеләр килеп киткәнлеге бөтәһенә лә мәғлүмдер. Был факттар ҙа башҡорт атының даны менән бәйле деталдәр.

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Көньяҡ Уралда башҡорт аттары

Башҡорт аты — Көньяҡ Урал өсөн эндемик аттар тоҡомо.
Ҡырҡа континенталь климат шарттарында йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөргә өйрәнгән урындағы дала һәм урман тоҡомдарынан килеп сыҡҡан. Башы ҙур, тура ҡабырғалы, киң маңлайлы. Ҡыҫҡа ҡалын муйынлы, түбән мундалы, киң тура арҡалы, түбән осалы. Айғырҙың үлсәмдәре: мунда бейеклеге 142—145, кәүҙәнең ҡыйыш оҙонлоғо 147—150, түш ҡоласы 170—175, енсек ҡоласы 18,5—19,5, тере ауырлығы 450—470 кг, ошондай уҡ бейә үсәмдәре: 138—142, 143—147, 167—172, 18—19, 400—420.

Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт аты XVII—XVIII быуаттарҙа киң таралған булған. Өфө һәм Ырымбур губерналарында үрсетелгән, Пермь, Ҡазан һәм Һамар губерналарында һәм Көнбайыш Себерҙең почта юлдарында осраған. 8 сәғәт эсендә ял итергә туҡтамай һәм ашатмай 120—140 км юлды үтеп булған башҡорт өслөләре (тройка) киң билдәле булған.

Ҡулланылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт аты ултыраҡ тормошта йәшәгән, әгәр күсенһә лә алыҫ араға күсмәй торған, халыҡ аты. Шуға ла аттар, һыбай йөрөүгә ҡарағанда, ауыл хужалығы эшенә яраҡлашҡан. Ул артыҡ сандыр (ҡоро һөйәкле, ябыҡ) түгел, үҫешкән һөлдәһе бар, осаһы (арт яғы) ныҡ иңкеү түгел, ләкин аяҡтары мыҡты һәм көслө, шулай уҡ тояҡтары бик ныҡ. Бик сыҙамлы, тыныс тәбиғәтле. Элек башҡорт аттарының һаны 600 меңгә тиклем еткән.

Башҡорт аты тарихи сығанаҡтарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рычков Пётр Иванович «Ырымбур топографияһы» тигән китабында (292 бит) былай тип яҙған:

Башҡорт аттары электән үк Рәсәйҙә сыҙамлылығы менән һанланған.

Шулай уҡ ул ҡапыл борола алыуын, етеҙлеген, тилберлеген дә билдәләп киткән. Уларҙың хаҡы 30—50 һум торған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда башҡорттарҙың байтағы 300—400 йылҡы малы тотҡан.

Рычковтың яҙыуынса, башҡорттар аттарын йәйен дә, ҡышын да тибендә далала йөрөткән.Ҡар нисек кенә ҡалын булмаһын, башҡорт аттары тояҡтары менән сапсып тибенеп, ҡар аҫтынан үҙҙәрен туйындырырлыҡ туң үлән тапҡан. Ҡышын егеүгә файҙаланған аттар өсөн бесән әҙерләнгән.

Этнограф С. И. Руденко «Башкиры» тип аталған китабында:

«Иң бай башҡорт 3—4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20—30 баш йылҡыға хужа»,

 — тип яҙған.
Сергей Минцлов:

«Мин башҡорт аттарына һоҡланам! Кем был яҡтарҙы күрмәгән, шуға 25—30 саҡрымға ярыштар булмаҫтай хәл кеүек тойола… Ашатмайынса 60-ар, 90-шар саҡрым юл үтәләр. Ныҡлы әйтә алам, Стәрлетамаҡтың төрмә начальнигын йөрөтөүсе башҡорт 160 саҡрым юлды һелтәгән. Башҡорттар гелән һыбай килеш 90-шарҙы үтә, улар өсөн был — ғәҙәти хәл…»

Маршал Семен Буденный:

«Башҡорттарҙа йылҡысылыҡ тармағы тарихта монголдар барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк үҫешкән булған. Шуға күрә башҡорт атының монгол тамырҙарын эҙләү (ҡайһы бер хеҙмәттәрҙәге кеүек) нигеҙһеҙ»…

Башҡорт аты һуғыш яланында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт аты 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә.

Башҡорт аты ҡыйыу, тәүәккәл, тырыш, түҙемле, тыңлаусан, хужаһына ышаныусан. Өйрәтеүгә тиҙ күнегә. Был сифаттары аша ул юғары баһалана. Оҙаҡ ваҡыт шәп сабып йәки йылдам юрғалап барыу һәләте 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында яҡшы билдәләнелә. Был һыбайлыға уҡтан мәргән атырға һәм ҡылыс менән оҫта эш итергә мөмкинлек биргән. Төрлө күнегеүҙәр аша башҡорттар аттарын һуғыш йөрөштәренә махсус тәрбиәләгәндәр.

112-се Башҡорт атлы дивизияһы башлыса башҡорт аттары менән тулыландырыла.

Башҡорт аты тел-әҙәбиәт ҡомартҡыларында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында аттарға бик күп һәм мөһим иғтибар бүленгән.
Башҡорт мифологияһында Толпар — һыуҙан йәки океандар башланған ерҙән сыҡҡан әкиәттәге тылсымлы, ҡанатлы ат. Был исемгә дәрт, атлығыу, уҡталыу, өйөрмә, ҡойон, илһамланыу, ҡанатланыу, күтәрелеү кеүек мәғәнәләр һалынған.
Аҡбуҙат, күк ҡанатлы аты, башҡорт халыҡ эпосы «Урал батырҙа» мөһим роль уйнай.

Башҡорт халыҡ риүәйәттәрендә (Аҡһаҡ ҡола , Ҡара юрға , Бишҡолон , Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу , «Алпамыша») башҡорт аты — башҡорт батырының тоғро юлдашы.

Ат тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Викиөҙөмтәлә Ат һүҙенә мәҡәлдәр һәм әйтемдәр

Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лорд 0151-1.jpg

Лошади на Банном.jpg

Bashkort.jpg

Башкирский всадник.jpg

Торатау шиханы янында Әбйәлил районында Александр Орловскийҙың картинаһы Башҡорт һыбайлыһы

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йылҡы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урыҫ телендә

  • Сагин И. А. Башкирская лощадь и пути ее улучшения. — Уфа. 1955.
  • Свечин К. Б. Коневодство Башкирии. — Уфа. 1974.
  • Мурсалимов В. С., Сатыев Б. Х. Башкирская лощадь. — Уфа. 1988.

Башҡорт аты ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • В Абзелиловском районе Башкирии лошадь родила жеребенка в снежном поле. ИА «Башинформ», 8 декабря 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)
  • Башҡорт атына тиңдәр булмаҫ…, «Башҡортостан» гәзитендә Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН мәҡәләһе 2016 йылдың 9 март көнөндә архивланған.
  • «Башҡорт аты-тормош ҡото», «Йәшлек» гәзитендә Гөлнара Ғәлимованың мәҡәләһе
  • «Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аты», «Йәшлек» гәзитендә Илшат Ҡансурин мәҡәләһе
  • «Ат ҡәҙерен белмәгән Юлда илай ултырыр…», «Йәшлек» гәзитендә Баныут Ҡаһарманова мәҡәләһе

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт аты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)
  • Башкирская лошадь Военная энциклопедия. Россия, СПб., 1911—1915
  • Аттар тураһындағы сайт, башҡорт аттары бите(недоступная ссылка)
  • Башҡорт аттары фотолары
  • Йылҡысылыҡ буйынса сайт. Башҡорт аты 2013 йылдың 9 октябрь көнөндә архивланған.
q: Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре#Ат Викиөҙөмтәлә
commons: Башҡорт аты Викимилектә

Презентация на тему «Башҡорт аты»

  • Скачать презентацию (2.48 Мб)


  • 22 загрузки

  • 0.0 оценка

Ваша оценка презентации

Оцените презентацию по шкале от 1 до 5 баллов

  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5

Комментарии

Добавить свой комментарий

Аннотация к презентации

Посмотреть и скачать презентацию по теме «Башҡорт аты», включающую в себя 21 слайд. Скачать файл презентации 2.48 Мб. Большой выбор powerpoint презентаций

  • Формат

    pptx (powerpoint)

  • Количество слайдов

    21

  • Слова

  • Конспект

    Отсутствует

Содержание

  • Презентация: Башҡорт аты

    Слайд 1

  • Слайд 2

  • Слайд 3

  • Слайд 4

  • Слайд 5

  • Слайд 6

  • Слайд 8

  • Слайд 9

  • Слайд 10

  • Слайд 11

  • Слайд 12

  • Слайд 13

  • Слайд 14

  • Слайд 15

  • Слайд 16

  • Слайд 17

    Ҡолон (ҡолонсаҡ)
    Тай
    Айғыр
    Бейә

  • Слайд 18

    Ҡаҙы, ҡарта
    Ҡымыҙ

  • Слайд 19

  • Слайд 20

    Эйәр
    Йүгән
    Дуға
    Ҡамыт

  • Слайд 21

Посмотреть все слайды

Сообщить об ошибке

Похожие презентации

Презентация: Национальная еда

Презентация: Автоматизация звука С в чистоговорках, потешках и стихах

Презентация: Хаттама

Презентация: Эти разные марши

Презентация: Арқайым қаласы көне ескерткіштері

Презентация: Башҡорттар1812 йылғы Ватан һуғышында

Презентация: Файлдар БумаларБелгішелер

Презентация: (Топтың аты,ұраны,төс белгісі)

Презентация: Xx быуат әҙбиәте темаһы буйынса презентация

Презентация: "Кем миллионер булырға теләй?" уйыны буйынса презентация.

Спасибо, что оценили презентацию.

Мы будем благодарны если вы поможете сделать сайт лучше и оставите отзыв или предложение по улучшению.

Добавить отзыв о сайте

Эссе.

Мин — башҡорт.

Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең барса тамырҙарым –

Башҡорт ерендә.

Ғ. Шәкүр.

Тел… Милләт… Был ике һүҙгә күпме ҙур мәғәнә һалынған. Тел аралашыу ҡоралы ғына түгел. Ул тыумыштан үлемгә тиклем кешегә бирелә торған ҡорал. “Фил күтәрмәгәнде тел күтәрә” – ти халыҡ. Ысынлап та, тел көсөн үлсәрлек әйбер юҡ. Һәр бер кеше үҙ туған телен белергә тейеш. Милләтте – милләт, халыҡты – халыҡ иткән нәмә – ул туған тел. Әсә теле тиҙ генә сисә һалып ташлай торған кейем түгел. Ул кешенең бөтә тәненә тамыр йәйә. Тик әсә теле генә, туған тел генә баланың һәр бер уйын, уның аңын, хистәрен һәм күңел хәрәкәтен бөтә көсө менән сағылдыра.

Тел – милләттең йөҙө. Үҙ телен белмәгән кеше – илһеҙ кеше ул. Телде һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырырға кәрәк. Тел – халыҡтың иң ҡәҙерле байлығы. Шишмәләрҙе тамыры менән күсереп булмағандай, бер телде лә бер ҡасан да башҡа урындан килтереп, яңынан терелтеп булмаясаҡ.

Илһеҙ, телһеҙ милләт булмай. Әсә телендә бала донъяны танып белә. Уның шул телендә фекерләү культураһы, зауығы үҫә. Баланың туған теле әсә һөтө менән ҡанына һеңә.

Башҡорт теле! Ниндәй моңло ла, яғымлы ла. Уны семәр биҙәккә оҡшатырға була. Ул, әйтерһең дә, төпһөҙ ҡойо, эсе тулы аҡыл, фәһем.

Башҡорт теле дәресенең төп маҡсаты булып башҡорт телен, мәҙәниәтен өйрәтеп, уның үткәненә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.

Туған тел аша балалар туған халҡының мәҙәниәте, йолалары менән таныша, уның рухын һеңдерә. Башҡорт халҡы һүҙ сәнғәтенә ҙур әһәмиәт биргән. Ул балаларҙа изгелек, мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ, батырлыҡ, матурлыҡ сифаттарын тәрбиәләргә ҙур көскә эйә. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе йыр-моңға ғашиҡ балаларҙың йөҙҙәрендә әҙәплелек, нәфислек, яғымлыҡ сағылып тора. Бөйөк рус педагогы Константин Дмитриевич Ушинский: “Тәрбиә, әгәр ул көсһөҙ булырға теләмәһә, халыҡсан булырға тейеш” – тигән. Киләсәк быуынды тәрбиәләрлек беҙҙә бай халыҡ ижады һәм әҙәбиәт бар. Мәҫәлән, туған тел дәрестәрендә башҡорт халыҡ шағирҙарының хикәйәләрен уҡып, халыҡтың ни тиклем аҡыллы, йор һүҙле икәнлегенә ышанаһың.

Шағирҙарҙың тормош юлы, үткәне менән китаптан уҡып ҡына түгел, уларҙың яҡты иҫтәлегенә арнап булдырылған йорт-музейҙарын да барып күрергә тырышабыҙ.

2009 йылдың 30 май көнөндә башланғыс синыф уҡыусылары менән райондашыбыҙ, халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейына барҙыҡ. Был сәйәхәт балаларға бик оҡшаны, уларға ғына түгел хатта үҙебеҙ өсөн дә бик фәһемле булды. Беҙҙең бәхеткә күрә, тап ошо көндө Еҙем-Ҡаран ауылында йәшәүсе туғандарына ҡунаҡҡа килгән Мәжит Ғафуриҙың бүләре – Мирсәит Хәлит улы музейҙа ине. 11 йәшлек Мирсәит менән бергәләп фотоға төшөштөк. Мәжит Ғафуриҙың шәжәрәһе, йорто менән танышып, музей хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт әйтеп, халыҡ шағирының илһам шишмәһенә, йәғни, ял паркына юлландыҡ.

Шул сәйәхәттән балалар онотолмаҫ тьәҫораттар алып ҡайтты. Был экскурсия балаларҙы тәрбиәләүҙә йоғонтоло роль уйнаны, уларҙың күңелен тағы ла нурландырҙы, рухи аҙыҡ бирҙе.

Беҙҙең республикабыҙ – күп милләтле республика. Һәр милләт кешеһе үҙ телендә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы. Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш.

Мин үҙемде бәхетле тим. Башҡорт булыуым менән бәхетлемен. Башҡорт ерендә тыуып үҫеүем менән, уның шифалы һауаһын һулап йәшәүем менән бәхетлемен. Үҙен башҡортмон тип һынаған кешегә ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән был фани донъяла? Ә үҙҙәре башҡорт булып та, сит-ят ерҙәрҙә ғүмер кисергән кешеләр бәхетлеме һуң? Сит ерҙә йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡортлоғон юғалтмаған, башҡорттоң сифаттарын һаҡлап ҡалған кеше, һис шикһеҙ, башҡорт исеменә лайыҡлы. Ә үҙ илендә, атай-олатайҙар төйәгендә йәшәп тә, үҙен сит милләт кешеһе итеп күрһәтергә теләп, икенсе телдә генә һөйләшеп йөрөүселәр аҙмы ни?

Мин – башҡорт. Был һүҙҙәрһе мин ғәзиз еремдә, үҙ илемдә, милләтем араһында, туған телемдә һөйләшеп, аралашып йәшәйем. Йөрәгемдән урғылып сығып шатлыҡ-ҡыуаныс менән әйтелгән “Мин – БАШҠОРТ” тигән һүҙҙәрем урман — тауҙарҙы яңғыратһын, ҡоштарҙың моңло тауышы, наҙлы иҫкән елдәр тирә-яҡҡа таратһын, үҙенең башҡортлоғон танымай, милләтен үҙгәртеп йөрөгәндәрҙең йөрәген әрнетһен, уйланырға мәжбүр итһен.

Милләттең яҙмышы өсөн беҙ, бигерәк тә бөгөнгө йәштәр яуаплы. Уның киләсәге, йәшәүе, үҫеүе беҙҙең ҡулдарҙа.

Сығышымды “Теләктәрем” исемле шиғыр менән тамамлайым.

Теләктәрем.

Һандуғастан сыйырсыҡтар тыумай,

Сирендә лә үҫмәй алмалар,

Үҙем башҡорт булғас, башҡорт булмай,

Кем булырға тейеш балалар?

“Әсәй” тиеп теле асылһын да

Саф башҡортса “атай” тип әйтһен.

“Мамуля” ла, “папуля” ла түгел,

Үҙ телендә миңә өндәшһен.

Теләй икән японса ла белһен,

Русса ла, әйҙә һөйләшһен.

Тик атаһы – атай булып ҡалһын,

Әсәй тиеп әйтһен әсәһен.

Бөтән телдәрҙе лә хөрмәт итһен,

Тик үҙ телен мәңге үҙ итһен.

Үҙ телен дә йүнләп белмәй икән

Ниндәй халыҡ уны үҙ итһен?

Урал батырҙың ҡаны аға

Башҡорт балаһының тәнендә.

Ғорурланып улар һөйләшһендәр

Ата-бабалары телендә.

Понравилась статья? Поделить с друзьями:

Новое и интересное на сайте:

  • Башгу экзамены расписание
  • Башгу экзамены зимней сессии
  • Башгу расписание экзаменов филфак
  • Башгу пересдача экзаменов
  • Башгу курсы подготовки к егэ

  • Добавить комментарий

    ;-) :| :x :twisted: :smile: :shock: :sad: :roll: :razz: :oops: :o :mrgreen: :lol: :idea: :grin: :evil: :cry: :cool: :arrow: :???: :?: :!: